+29 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
15 Августа 2022, 10:00

"Б" операцияһы

Һыуға сыҡҡанда Фә­йез менән осраша­быҙ, һәм ул үҙенең зарын һөйләй башлай:– Әй, Зәки күрше, ми­нең кисә Йондоҙом икәү­ҙе быҙаулап бир­ҙе.

"Б" операцияһы"Б" операцияһы
"Б" операцияһы

икәү­ҙе быҙаулап бир­ҙе. Ҡу­шарлап үрсеп аптыратып бөттө­ләр. Ул күп малды ҡарауы ла ауыр. Бына һин бер баш һыйырҙы “һә” тигәнсе тәрбиәләйһең дә рәхәт­ләнеп ял итәһең.
– Уның ҡарауы, ит тапшырып, әллә күпме аҡса эшләйһең, килем алаһың.
Тулы биҙрәләр менән һәр беребеҙ үҙ һарайына юлланды.
Бер нисә көн үткәс, төндә тышҡа сыҡтым. Фәйездең ҡайт­ҡанын күреп ҡалдым. Санаһынан төргәккә урап, ауыр ғына әйбер күтәреп һарайға ыңғайланы. Шул ваҡыт “мө-ө-ө!” тигән йәш быҙау тауышы ишетеп ҡалдым.
– Әһә! Бына ҡайҙан килә икән игеҙәк быҙауҙар!– тип уйлап алдым эстән генә.
Иртәгеһен ҡоҙоҡ эргәһендә күршем менән йәнә осраштыҡ. Күршем тағы яңылыҡ менән ур­таҡлашты:
– Зәки, күрше! Туҡал һыйыр ҙа бөгөн төндә игеҙ быҙау быҙау­ланы, аптыраттылар инде.
– Төндә тышҡа сыҡҡайным, күрҙем инде ҡайҙан игеҙ быҙау килгәнен, – тигәйнем, күршем ҡыҙарынды-бүртенде, ләм-мим һүҙ әйтмәйенсә, һарай яғына ашыҡты.
Иртәгеһен күршем төнгө ҡара­уылдан һуң иртүк ярты тотоп килеп инде.
– Өҫтәл артында һөйләшә торған һүҙ бар ине, – тигәс, һыуытҡыстан ризыҡ алып ҡуй­ҙым.
Икешәр рюмка тотҡас, күршем һүҙ башланы:
– Һин минең мутлыҡты белгәс, үҙемде бик уңайһыҙ тоям, Зәки күрше! Һиңә ҙур үтенес: был турала ҡалғандар белмәһен ине. Мәгәрис итеп төндә һинең һа­райыңа ла бер матур ғына быҙау килтерҙем, иң төпкө бүлмәңә бикләнем. Һин мал ҡарарға сыҡ­ҡансы тип, иртәрәк индем, теге быҙауҙы күреп, аптырап китмә­һен,тинем.
– Фәйез күрше! Һинең яма­натыңды һатмам. Тик, зинһар, ул быҙауҙы кире үҙеңә алып ҡайт! Беҙгә хәрәм мал килешмәй.
– Юҡ! Биргән әйберҙе кире алмайым! Был мутлығымды үҙемсә “Б“ операцияһы тип атаным. Һуңғы йылдарҙа ферма һыйыр­ҙары йыш игеҙ быҙаулай, мин шулар­ҙың һыңарҙарын ипләп кенә һыпыртам, уның менән генә ферма бөлмәй. Алып ҡайтҡас быҙау­ҙы, Фәүзиәмә маҡ­танған булам: “Б“ операцияһы уңышлы үтте!” Ҡыҫҡаһы, быҙау­ҙы кире алмайым, үҫтереп, фай­ҙаһын күрегеҙ.
“Б“ операцияһынан килгән бы­ҙауға Бөҙрәкәй тип исем ҡуш­тыҡ. Ул матур ғына тана булып үҫте, ниһайәт, үҙенең дә быҙау­лар ваҡыты етте. Бер быҙауын ыңғай ғына быҙауланы, икенсе­һен тыуҙыра алмайынса йән бирҙе.
Быҙауҙы төргәккә төрҙөм дә, Фәйез күршемә индерҙем.
– Фәйез күрше! Бөҙрәкәйҙең хәлен ишеткәнһеңдер, быҙауын һиңә индерҙем. Мин уны, инәһе булмағас, үҫтерә алмайым, һөт юҡ. Үҙемдең һыйыр ике айҙан ғына быҙаулай.
– Беҙҙең ике һыйыр быҙау­ланы, һөт бирәбеҙ, үҫтерегеҙ, Бөҙрә­кәйҙең нәҫеле һәйбәт,– тине күршем.
– Юҡ, юҡ! Кәрәкмәй! Мин дә биргән әйберҙе кире алмайым. Әйткәйнем бит, беҙгә хәрәм килешмәй тип.
Күп тә үтмәй, Фәйездең дә ике һыйыры, игеҙәк быҙау быҙаулап, имгәнеп үлеп китте.
Фәйездең хәлен белергә индем, уның кәйефе юҡ ине. Үҙемсә тынысландырырға тырыштым.
– Ярай, Фәйез күрше, улай ныҡ борсолма, кеше башы түгел бит, ҡалған малың әле байтаҡ, улары иҫән булһын, – тигән булдым.
– Ныҡ һимеҙҙәр ине, үлерҙә­рен белһәм, исмаһам, салған булыр инем. Дөрөҫ әйт­кәнһең икән, хәрәм мал килеш­мәй, тип. Үлгән ике һыйырҙың һәм Бөҙрәкәйҙең быҙауын барыһын да бөгөн төндә кире фермаға илтәм. Нисә бы­ҙау алып ҡайтҡанмын, шунсаны фермаға кире илтеп ҡуя­саҡ­мын. Бының өсөн миңә нисек тә биш-алты йыл эшләргә кәрәк булыр.

Азамат КИНЙӘБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас