+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Август 2022, 11:00

Муляж

Әсә биш йәшлек ҡыҙын психо­логҡа алып килә. Психолог ҡыҙға төрлө картиналар күрһәтә, төрлө һорауҙар бирә. Аҙаҡтан уның алдына балауыҙ алма менән груша һала ла:– Был нимә? – тип һорай.

Муляж
Муляж

Әле генә тәтелдеге сыҡҡан ҡыҙсыҡ тынып ҡала. Әйтә алмай, саҡ иламай:
– Мин уларҙың нисек аталғанын белә инем, онотҡанмын ғына, хәтеремә төшөрә алмайым.
Табип әсәгә:
– Биш йәшлек баланың алма менән грушаны белмәүе яҡшы түгел, – тип ризаһыҙлыҡ белдерә.
Шунда ҡыҙҙың йөҙө балҡып китә:
– Уларҙың нисек аталғаны иҫемә төштө, иҫемә төштө! Муляж!!!

Ярамаған эш

Ғаиләлә ике бала: улға – ун бер, ҡыҙға – дүрт йәш. Малай көн дә үҙ теләге менән һеңлеһен йоҡлар­ға һала, уға йыуынырға, сисенергә ярҙамлаша, йоҡлап китер алды­нан нимәлер һөйләй...
Берҙән-бер көндө ҡыҙ зарлана:
– Әсәй, ағайым мине ҡабат йоҡлатмаһын. Ул минең менән әле миңә эшләргә ярамаған нәмә­ләрҙе эшләй.
Әсә бошаманға төшә:
– Нимә? Ул һинең менән ни эшләй?
– Ул мине меңгә ҡәҙәр һанарға өйрәтә.

Яҡлаусы

Бер ҡатын дүрт йәшлек ҡыҙы менән магазинға араҡы алырға бара. Балаһының ҡолағы шеш­кән дә, компресс яһарға ҡушҡандар. Касса янында тора: бер ҡулында – сабый, икенсеһендә – шешә. Кассала ултырған ҡатын уға шелтәле ҡараш ташлай. Быны күреп торған ҡыҙ әсәһен яҡлай:
– Минең әсәйем эсмәй, ул – миңә!

Т. ҒАТИНА.

Бер... Ике... Дүрт...
Ағайымдың өс йәшлек улы ҡунаҡҡа килгәс, уны таяҡсалар менән һанарға өйрәтмәксе булдым.
– Ҡара, бына... Улар нисәү?
– Бер... Ике... Дүрт...
“Ике”нән һуң “өс” һаны килгәненә малайҙы һис кенә лә ышандыра алманыҡ.
Аяҡ аҫтында буталып йөрөй торғас, ул өҫтәлдән өс кәнфит алды. Өләсәһе өтәләнеп килеп етә һалды – тәм-том ярамай, диатез икән. Ҡулынан эләк­те­реп алғанда малай кәнфит­тәрҙе ауыҙына ҡапҡайны инде. Өләсәһе алып ҡайтыр өсөн уны кейендерергә йыйынды. Бот буйлыҡ ҡына булһа ла, малай аяҡ терәп ҡарышты:
– Юҡ-ҡ-ҡ! Дүртенсе кәнфитте лә бирегеҙ!
Һанай белмәй, имеш, берәү...

И. САФИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: