+20 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
19 Августа 2022, 08:00

Аптырап ҡалмаған

Мәҡсүт бабай заманында "Ко мне, Мухтар!" киноһындағы этте бик оҡшатып, овчарка һатып алған. Уның ҡушаматын да ҡушҡан.

Аптырап ҡалмағанАптырап ҡалмаған
Аптырап ҡалмаған

Урамда йөрөгән этен саҡыра икән:
- Мөхтәр, маһ, маһ! Әйҙә, ҡайт ашарға.
Күршеһендә йәшәгән Мөхтәр бабай, был мине мыҫҡыл итә, исемемде эткә ҡушҡан, тип бик ғәрләнгән. Баҙарҙан сәүек эт һатып алып ҡайтҡан да бар урамды яңғыратып ҡысҡыра икән:
- Мәҡсүт, маһ, маһ! Әйҙә, ҡайт ашарға. Ҡайҙа йөрөйһөң бәләкәй генә башың менән?

"Я ТОЖЕ МУЖИЛИЦА"

Был хәл Белорет районы яғында булған. Бер егетте ҡыҙы әрмегә оҙатып, көтәм, тип вәғәҙә биреп ҡалған. Бер аҙҙан һалдатҡа ауылдағы дуҫ-иштәренән, ҡыҙың башҡаға кейәүгә сыҡты, тигән хәбәр килгән. Асыуы килгән егет хеҙмәт иткән яғындағы мәрйә ҡыҙына өйләнгән дә ҡуйған. Теге ауылдаш ҡыҙына эре генә түбәндәге хатты яҙып ебәргән: "Если ты женилица, то я тоже мужилица." Күрәһең, "Если ты вышла замуж, то я тоже женился", - тип әйтергә теләгәндер инде.

ИКЕ АЯҠЛЫ ЭТ

Элек берәҙәк эттәрҙе ауылдар буйлап йөрөп аталар ине. Үрсеп китеп, кешеләргә ташланмаһындар өсөн. Бер ауылда шулай шарт та шорт мылтыҡтан аталар икән. Бер бабай нимә булды икән тип урамға сыҡһа, һунар мылтығы тотҡан бер нисә кеше быларға табан килә ята икән.
- Нишләп йөрөйһөгөҙ ул? - тигән кеше булған бабай.
- Берәҙәк эттәрҙе атабыҙ.
- Улай булғас, минең өйҙәге ике аяҡлы этте лә атып сығығыҙ. Керһәгеҙ, шунда урындыҡта йөн тетеп ултыра ул.

ИР ТҮГЕЛ

Иренән айырылған, тамаҡ төбөнә һалырға әүәҫләнеп киткән бер ҡатынға күрше ауылдағы ирҙе димләйҙәр икән:
- Үҙе уңған, эсмәй, тартмай.
- Эсмәгәс тә, тартмағас та ирме ни ул! Мин уны аяҡ осома ла һалып ятмайым, - тигән был.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас