

– Нимәгә кәрәк булды һуң әле һиңә минең аппетит?
– Ышанһаң – ышан, бажа, ышанмаһаң юҡ, минең аппетиттың нәфсеһе ҡаңғырта башланы бит әле.
– Бик һәйбәт, әйҙә аша улай булғас, үҙеңдә аппетит асҡыс шыйыҡса ҡулланыу ғәҙәте лә бар булһа кәрәк.
– Унан ғына булһа икән шул, – ти бажам. – Әйтһәм әйтәйем инде, элек ике-өс телем генә ашап йөрөгән кеше бөгөн килеп, өлкәнәйгән көнөмдә, бынау Юлдыбай, Матрай, Һолтантимер ауылдарында бешерелгән, Сибайҙыҡы ла артыҡ айырылмай, икмәктәрҙең бер буханкаһын ашамайынса ашҡаҙан ҡәнәғәтләнмәй ҙә ҡуя. Вәт аппетит! Аптырарһың, әллә ул икмәктәрҙең эсенә һауа тултыралар, әллә нимә менән әсетәләр, үҙҙәре мамыҡ кеүек, ауырлыҡтары ла ташҡа үлсәйем, бынау ҡул менән нығыраҡ ҡыҫһаң, буханкаһын бер усҡа ла һыйҙырырға мөмкин, – тип уҫлаптай ҡулдарын күрһәтә. – Әллә өлкәнәйгән һайын ашҡаҙан да ҙурая барамы икән, нисек уйлайһың, бажа?
Бажам ысынлап та ҙур бәләгә тарыған әҙәмде хәтерләтә башланы.
– Ҡартайған һайын аппетиттың юғалмауына шатлан ғына, – мин әйтәм, – тимәк, һаулығың шәп. Әйҙә, барғас ни, аша ла аша.
– Уныһы шулай ҙа ул, әммә бер телеме элекке бер буханка хаҡына торған икмәкте бер үҙем ашай башлаһам, минең бит әле ишле генә ғаиләм дә бар, ә пенсияны үҙең беләһең... – тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелде бажам.
Эйе шул, уйлаһаң уйылырлыҡ заманда йәшәйбеҙ.
Фәрит РӘМОВ.
Фото: www.hobobo.ru