

Кеҫә лә иҫкән талғын елдәр менән диңгеҙҙә йөҙөргә сығып китеп тә булмай. Исмаһам, киҫеп ташларлыҡ сәс тә ҡалманы. Былай булһа, яңы прическа менән көҙгө алдына килеп баҫһаң да күңелле бит!
Бын әле бөгөн “Үҙәк баҙар” туҡталышы эргәһенән үтеп барғанда, күҙемә кәрт тотоп ултырған сиған ҡатыны эләкте. Ул гел ошонда ултыра, күргәнем бар. Әммә бөгөн ул айырыуса ҡыҙыҡтырҙы. Әллә кәрт һалдырырғамы икән? Берәй яҡшы нәмә әйтһә, дөрөҫкә сыҡты ни, сыҡманымы ни, барыбер рәхәт булып ҡала бит. Гипнозға индереп, әйберҙәремде урлаһаларсы? Китсе, урларлыҡ әйберҙәрем булһа, бер хәл. Бар аҡса картала ята, алтын-көмөштәрем юҡ. Телефонымды кеҫәмә йәшереп, бер ҡул менән тотоп ултырырмын.
Янына барып, уңайһыҙланып ҡына һаулыҡ бирҙем. Әммә ялтыр тештәрен күрһәтеп, миңә “алтыным, ҡояшым, ҡәҙерлем” тип өндәшкәс, тәпәш ултырғысҡа май кеүек иренем дә төштөм. Ярлының уйында аҡса ғына бит инде. Һәр ерҙә алдарҙар, һәр ерҙә кеҫәһенә төшөрҙәр һымаҡ. Шуға ла иң беренсе хаҡтарын һораным. 300 һум. Бара, улай ғынаны табам.
— Кәрттәрҙән нимә һорағың килә, алтыным? — тине сиған.
— Мөхәббәткә һалығыҙ. Ҡайҙа икән минең бәғерем? — тинем. Йәш ҡыҙ башында башҡа нимә булһын?
Сиған ҡулы артында күҙәтеп өлгөрөп булмай. Шунда уҡ тейешле кәрттәр ҡумтанан эшләнгән өҫтәлгә сығып ятты. Мин бик яҡшы, изге, күңелемдә бер таш ятмаған кешемен икән. Эштә лә, уҡыуҙа ла тик уңыштар юлдаш, был турала борсолорға ла, уйларға ла кәрәкмәй, тине сиған. Әммә мөхәббәт менән бәлә!
— Үсекмә, һылыу. Үҙең дөрөҫөн әйт тинең. Егеттәр менән мөнөсәббәт килеп сыҡмауҙа әсәйең ғәйепле! — Психолог һымаҡ әйтеп ҡуйҙы түгелме?
— Ул бит матур, шулаймы? – Сиған кәрттәр һалыуын дауам итә. — Шулай! Күп егеттәр артынан йөрөгән, күптәрҙең йөрәге ярған. — Кәрттәренә ҡарап баш һелкетеп ҡуйҙы. — Ай-ай-ай! Уға ҡасандыр күҙ тейҙергәндәр.
Сиған әсәйемә бәйләнгәс, миндә күҙ тейҙерерлек нәмә тапмағандыр, ахыры.
— Ул ҡарғыш һиңә төшкән, алтыным, — башыма ҙур бәлә төшкәндәй йәлләп ҡараны миңә.
Һүҙ артынан һүҙ сығып, өлөшөмә төшкән көмөшөмдө табып, үлгәнсе бергә йәшәр өсөн миңә ҡара көстәрҙән, баяғы ҡарғыштан һаҡ ҡуйырға кәрәклеге асыҡланды.
— Дөрөҫөн генә әйт, күпме йәл түгел? — Сиған күҙҙәрен ҡыҫып тороп миңә ҡараны.
— 500. – Башыма килгән беренсе хаҡты атаным. Уйымда был айҙа КФС-ға йөрөүҙәр менән хушлашып ҡуйҙым.
— 500? — Күңеле ҡайтып, уфтанды сиғаным. Әммә ул бит профессионал, былай ғына бирешергә әҙер түгел. — Мин, әлбиттә, 500-гә лә ҡуя алам, тик уның көсө бик насар буласаҡ. 3000-гә лә ҡуя алам. Ныҡ һаҡлаясаҡ, барыһы ла яҡшы була. Ғүмерлеккә етәсәк!— Минең уйланып киткәнемде күреп өҫтәне:
— Урта һаҡ ҡуйырға ла була. 1000 һумға. Аҡса яғы ул тиклем насар булғас...
Эстән генә: “Мин хатта аҡса яғы ниңә насар икәнен дә беләм”, —тип, тирә-яҡҡа ҡарап алдым. Шулай ҙа уйланып киттем әле ул. Эш мөхәббәттә бит! Әгәр һиңә берәй кем үлеп ғашиҡ булмаһа, нимә өсөн тағы йәшәргә? Көрәп аҡса эшләп, рәхәтләнеп көн күрә алмаҫымды, яурыным йоҡа икәнен күптән беләм...
Уйланым-уйланым да, иң көслө һаҡты һайланым. Ә иң мөһиме был һаҡлау сараһы тикшерелгән һәм бушлай: “Тфү-тфү- тфү! Күҙ теймәһен!”
Ана бит! Аҡса эшләй белмәйем тигән булам. Сиғандың сиғанына бирешеп торманым. Әсәй биргән финанс дәрестәр бушҡа үтмәгән: сумкамды иҙәнгә ултыртмайым, һеперткене баштүбән ҡуям, усым ҡысыһа, маңлайымды тырнайым...
Ә ирем тейешле кеше йөрөйҙөр инде бер ерҙә бойоғоп, мине осрата алмай йонсоп. Иң мөһиме, беҙҙең буласаҡ ғаилә бюджетына төшөп, бер сиғанды байытып ултырмаһын...
Заһиҙә МУСИНА.