

Утыҙ минут үтте... Бер сәғәт... Ике... Мине алдағандарҙыр, тигән уйға килгәс, дуҫтарым таралышты. Хаталанғанбыҙ икән!
Дуҫтарым китеп, егерме минут самаһы уҙғас, телевизор минән үҙен ҡабыҙыуҙы һораны. Был миндә бер ниндәй ҙә шик тыуҙырманы. Тоҡандырҙым да телеэкран геройҙары менән күңелле әңгәмә ҡороп ебәрҙем. Ҡайһы берҙәре хатта минең янға диванға төшөп ултырҙы.
Күреүегеҙсә, миндә еңелсә генә глюк булған. Ә тегеләр менән? Һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек.
Тәлғәт:
– Автобуста китеп барам. Унда алты йыл күрешмәгән класташым менән осраштым. Мин уны үҙебеҙгә саҡырҙым. Ишекте әсәйем асты. Уларҙы таныштырҙым. Сәй эскән арала әсәйем “Ашығыс ярҙам” саҡырҙы. Ҡыҫҡаһы, палатала уяндым.
Вадим:
– Өйгә ҡайттым, үҙемдең бүлмәгә индем. Ҡараһам – ишек юғалған. Бошаманға төштөм, ни эшләргә лә белмәйем. Ишек урлаусынан өҫтәл аҫтында йәшенмәксе булдым. Ҡыуыш һымаҡ нәмә эшләп, юрған йәйҙем. Фонарик алдым, уҫал заттар инмәһен өсөн “ишек”кә тәре элдем. Иртән мин һәм өйҙәгеләр араһында етди һөйләшеү булды.
Света:
– Юл буйы артымдан ниндәйҙер негр эйәреп килде. Йүгереп өйгә индем дә, тиҙ генә ишекте бикләй һалдым. Өҫтөмдө алыштырайым тип шкафты асһам, унда... теге негр! Шәп-шәрә! Ишекте йәһәт кенә яптым да ярҙамға атайым менән әсәйемде саҡырҙым. “Нимә эшләп тораһығыҙ? Полиция саҡырығыҙ!” – тим. Саҡырҙылар, тик күк формалыларҙы түгел, ә аҡ халатлыларҙы. Иртән дауаханала күҙҙәремде астым...
Шунан бирле бәшмәкте ауыҙыбыҙға яҡын да килтергәнебеҙ юҡ.
М. ХӘБИРОВ.
Фото: kp.ru