Кистән буйтым төшөргән Ғөбәй айнып етмәгәйне, шуға күрә исемлек төҙөп ҡалдырҙы:
1. Тауыҡ бото йәки тауыҡ.
2. Икмәк.
3. Картуф.
4. Кишер.
5. Ҡаймаҡ.
6. Һөт.
Ҡатын эштән ҡайтҡанда ир йоҡлап ята ине.
– Мин ҡушҡандарҙың барыһын да алдыңмы? – тип асыуланып һораны Мөнирә.
– Алдым... Исемлек буйынса... – Ғөбәй мығырланы ла башын яңынан мендәргә терәне.
Ире алып ҡайтҡан аҙыҡ-түлекте ҡарағас, ҡатындың ике күҙе дүрт булды. Пакеттан бер тауыҡ бото, ике икмәк, өс картуф, дүрт кишер, биш банка ҡаймаҡ, алты ҡап һөт килеп сыҡты...
Мөнирә ҡабат исемлек төҙөмәҫкә ант итте.
Диван
Мөнирә диван һатып алды.
– Өйөгөҙгә алып барыу – 1700 һум, – тине һатыусы. – Нисәнсе ҡатта йәшәйһегеҙ?
– Унынсы.
– Һәр ҡат өсөн 100 һум.
– Беҙҙең өйҙә йөк лифты бар.
– Бер нәмә лә белмәйем, беҙҙә тарифтар шундай.
– Йөк лифты эшләһә ләме?
– Эйе!
– Ҡасан килтерәһегеҙ?
– Кискә табан. Алтынсы яртыла.
Ышанмай, йөк тейәүсе һәм бушатыусылар менән дә һөйләшеп ҡараны ҡатын. Улар ҙа һатыусының һүҙҙәрен раҫланы. “Улай икән, аҡса һуға белә былар!” – тип әсенеп уйланы Мөнирә.
Диванды килтергәндә өйҙә йөк лифты эшләмәй ине. Ҡатын һөйөндө: “Аҡсам елгә османы шулай ҙа...”
Д. ҒИНДУЛЛИН.