

Улар байыуҙың яңынан-яңы юлдарын табып ҡына тора. Бер нисә кеше, план буйынса газ счетчиктарын тикшергән булып, өйгә инә лә, бик ҡиммәт хаҡҡа янғынды киҫәтеүсе ҡорамал һатып алдырта. Бигерәк тә оло йәштәге һәм яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарҙы төп башына ултырталар икән. “Әле ташламалы хаҡ менән датчиктар урынлаштырмаһағыҙ, янғын һүндереүселәр килеп ҙур суммала штраф һалалар”, – тип тә ҡурҡыталар икән.Берүк ышана күрмәгеҙ! Былар барыһы ла – ялған. Янғын киҫәтеүсе ҡорамалдар махсус магазиндарҙа һатыла һәм ҡиммәт тә түгел. Уны һәр кем үҙе лә ҡуя ала.
Фото: vvol-vsosh.narod.ru