+24 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
26 Августа 2022, 10:00

Мин әйбер алам

Ҡатынға ҡәтғи итеп әйттем:– Мине әсәйем дә магазинға ебәрә алманы. Мин ғәҙәттә ул ни тиһә шуны эшләй торғайным. Ошо бер пункттан ҡала. Яратмайым магазиндарҙы. Кем ул сау­ҙагәр? Сәсмәй уңыш йыйыусы.

Мин әйбер аламМин әйбер алам
Мин әйбер алам

Ҡатын көлөп ебәрҙе:
– Хәтерең ҡыҙҙарҙыҡы кеүек икән. Мин һинең әсәйең түгел бит.
Уйланып торҙом да яңы дәлил килтерҙем:
– Хәтерем ифрат насар. Ма­газинға килеп ингәс, нимә алырға икәнлеген онотам да ҡуям. Һәр ваҡыт шулай.
Ҡатындың ғәжәпләнеүҙән күҙ­ҙәре түңәрәкләнде. Ул ҡыҙыҡ­һынып һораны:
– Беҙгә икмәк, шәкәр, кәнфит кәрәк. Ошо өс бөртөк нәмә хә­тереңдә тормаҫмы?
– Тормаҫ.
Ҡатын уйланып торҙо ла еңеү­се ҡиәфәтендә әйтте:
– Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ысулдар күп. Бына шуларҙың береһе. Һин иғтибар иттеңме? Беҙгә кәрәк нәмәләрҙә “и” һәм “ә” хә­рефтәре бар. Ошо ике хәрефте лә оно­торһоңмо?
– Ике хәрефте онотмам да, бәлки. Әммә ышандырып әйтмә­йем.
Магазинға барып араҡы, һыра, кипкән балыҡ һатып алдым. Башҡа бер ни алманым.
Әйберҙәрҙе өҫтәлгә ҡуйғас, ҡатын сәрелдәп ебәрҙе:
– Алла һантыйы! Һин нимә алдың?
Йөҙөмә етди төҫ сығарып, ҡоро ғына әйттем:
– Һин нәмә ҡушҡан булһаң, шуларҙы алдым, ҡәҙерлем.
– Һин алған әйберҙәрҙә “и” һәм “ә” хәрефтәре булырға тейеш ине бит.
– “И” хәрефе булырға тейеш булһа, хәтеремдә һаҡланыр ине.
– Йә, ярай, шулай ҙа булһын. Тик һин алған әйберҙәрҙә “ә” хә­рефе ҡайҙа?
Һыраға төртөп күрһәттем дә:
– Ә был нимә? – тип һора­ным.
Ҡатын ағарып китте:
– Һырала “ә” хәрефе бармы ни?
Еңеүсе ҡиәфәтендә йылмай­ҙым:
– Һыра “ә” менән яҙыла, быны беренсе класс балаһы ла белә. Һин һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын онотҡанһың. Һы-рә! Һы-рә!
– Ә араҡы?
Уға һалҡын ғына аңлатып бир­ҙем:
– Мин Ямал-Ненец округында эшләнем. Унда араҡыны “әрәке” тиҙәр.
Ҡатын уйланып торҙо ла әйтте:
– Хәҙер кипкән балыҡта ла “ә” хәрефе барлығын аңланым.
Мин йылмайҙым:
– Булмайса. Мин һинең һү­ҙең­дән сығаммы ни? Мин һине тың­ламайыммы ни? Барыһы ла һин ҡушҡанса.
Шешәне астым да, бер ҡырлы стакан араҡы ебәрҙем. Унан һыра һалып, балыҡ таҙарта башланым. Шул ваҡыт яныма биш йәшлек улым килде.
– Ә мин ни ашайым, атай?
– Маңҡаңды аша, унда “а”, “ң” хәрефтәре бар.
Улым, ауыҙын киң итеп асып, йәшләнгән күҙҙәре менән миңә төбәлде.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас