+12 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
27 Августа 2022, 05:00

Ҡайһы тәгәрмәс?

Ике студент дүшәмбелә имтихан тапшырырға тейеш була. Ләкин ял көн­дәрендә рәхәтләнеп күңел асҡан­лыҡтан, баштары ауырта, имтихан ҡайғыһы китә. 

Ҡайһы тәгәрмәс?Ҡайһы тәгәрмәс?
Ҡайһы тәгәрмәс?

Шунда береһенең башында бик шәп идея өл­гөрөп етә. Улар универ­ситетҡа аяҡ та баҫмай. Иртәгеһен профессорға барып “әкиәт” һөйләйҙәр.
– Ял көндәрен апайым­дың дачаһында үткәрҙек. Баҡсаһын ҡаҙыныҡ. Арыт­тырғайны, ҡуна ҡалдыҡ. Иртән университетҡа кил­гәндә машинабыҙҙың тә­гәр­мәсе тишелде лә ҡуйҙы, шуға күрә имтиханға һуңға ҡалдыҡ.
Профессор уларға имтиханды иртәгеһе көнгә бил­дә­ләй. Егеттәр килгәс, икеһен ике аудиторияға ултырта ла бер үк һорауҙы бирә: “Маши­нағыҙҙың ҡай­һы тәгәр­мә­се тишелде?..”

Н. РӘЖӘПОВ.

Фото: www.istockphoto.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас