Әле күкрәген торба тәңгәленә тиклем күтәрҙе, әле һыңар ҡуллап торба буйлап үтте, әле баштүбән аҫылынды, әле кәүҙәһен зыр әйләндерҙе. Ҡыҫҡаһы, эшләмәгән сальтоһы ҡалманы. Кесе улым ҡарап торҙо-торҙо ла, һоҡланып:
– Кәрим ағай, һеҙгә циркта сығыш яһарға кәрәк, – тине.
Күрә алмайым
Әле лә хәтеремдә: дүрт йәш тулғас, беҙҙе балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерләй башланылар. Һанарға, яҙырға өйрәттеләр.
Тәрбиәсе апай таҡтаға биш ҡояш төшөрҙө лә, һанарға ҡушты. Мин беренселәрҙән булып ҡул күтәрҙем:
– Биш!
– Юҡ, дөрөҫ түгел.
– Ә нисәү һуң?
– Беҙ әле биш һанын өйрәнмәнек, шуға күрә өс ҡояш һәм тағы ла ике ҡояш. Аңлашылдымы? – тине тәрбиәсе.
– Эйе.
Шунан бирле математиканы күрә алмайым...
Шылтырат
Сентябрь, уҡыу йылы яңы башланып тора. Оҙайтылған көн төркөмөндәге уҡытыусы арманһыҙ булған. Төркөмдә I-II кластарҙан иллегә яҡын бала. Уҡытыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар шаяра башлаһа, уларҙың иғтибарын бәләкәй генә бронза ҡыңғырау менән йәлеп итә.
Уның янына мәктәптә өсөнсө көн генә йөрөүсе малай килә.
– Минең әсәйем ҡайҙа? – тип һорай ул ҡыҙғаныс тауыш менән.
– Белмәйем, – тип яуаплай уҡытыусы тыныс ҡына.
– Ә миңә уға шылтыратырға яраймы?
Тәрбиәсе ҡыңғырауҙы бирә лә:
– Шылтырат, тик оҙаҡ түгел, – ти шул уҡ тыныс тауыш менән.
А. ЗАҺИРОВ.