

Ишекте үҙ асҡысым менән астым. Ҡатыным ишетмәне, сөнки ул ваннала ине. Аяҡ кейемемде һалдым да, бесәйҙәй шым ғына баҫып, ваннаға яҡынлаштым.
– Солтан, һин ашап бөттөң дәме ни? – Ваннанан ишетелгән тауышҡа шаңҡып ҡалдым, сөнки исемем Иршат, ә мин ашарға ултырмағанмын әле. – Саҡ ҡына сабыр ит, хәҙер сығам, тағы бирермен. – “Эше көйлө бының, һөйәренең тамағын ҡайғырта!” – Ҡатыным, сутырлығы сығып, һаман һөйләнә.
“Вәт, йылан! – башыма ҡан йүгерҙе. – Икеһен дә бәреп үлтерәм! Аҫтыртын бисә менән йәшәгәнсе, башым төрмәлә сереһен, әйҙә! Ә бит яратышып өйләнешкәйнек”.
Ваннаға уҡталдым. Шул ваҡыт ҡапыл ишек асылып китте лә маңлайыма бәрелде, күҙҙәремдән уттар күренде хатта.
– Иршат, Иршат, ни булды?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡото алынған ҡатыным.
– Миңә хыянат итергә булдыңмы? – тип аҡырҙым, ярһып.
– Ҡайтҡаныңды ҡайҙан беләйем?! – тине ул әллә әйткән һүҙҙәрҙе ишетмәй, әллә юрый. – Ишеккә үҙең килеп бәрелдең дә баһа. Ҡайтҡас, өндәшһәң булмай инеме ни?
– Кем ул? – тип туҙындым, ауыртҡан маңлайымды ыуа-ыуа. – Ҡасанан бирле осрашаһың ул ҡәбәхәт менән? Ҡайҙан таптың?
– Бер нәмә лә аңламайым. Кемде һүгәһең ул? – Ғәжәпләнеүҙән тегенең күҙҙәре түңәрәкләнде.
– Аңламағанға һалышып тора бит әле ул, етмәһә, юха йылан. Кухняла кем ултыра? – Тегеңә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, ярһығандан-ярһыным. – Солтан кем ул?
– Ә-ә, уны әйтәһеңме ни? – Ҡатыным кухняға үтте, мин уның артынан эйәрҙем. Иҙәндә ашарға таптырып... бесәй мыяулай ине. – Күршеләр Төркиәгә ялға китте, бесәйҙәрен беҙгә ҡалдырып торҙолар. Исеме – Солтан.
Аңын-тоңон уйламай көнләшеүемдән оялып башымды түбән эйҙем.
– Шул көнләшеүҙәрең менән йәнгә тейеүҙәрең! Ҡасан туҡтарһың?
Ҡатыным бер иланы, бер көлдө...
ИРШАТ.