

Һыйырҙың йылы “ҡоймағы”на күмелеп иҙрәгән ҡошсоҡ йылына, йәнләнә. Шулай итеп, һыйыр тиҙәге уны тормошҡа ҡайтара.
Тора-бара ҡошсоҡҡа шундай рәхәт була, уның һайрайһы, шатлығын башҡаларға ла ишеттерәһе килә. Иҫән ҡалыу шатлығы шул тиклем көслө, түҙмәне, ялан-ҡырҙарҙы яңғыратып һайрап ебәрҙе. Эргәлә, ҡыр сысҡандарын эҙләп-эҙләп тә тота алмаған, аслыҡтан асыуы ҡабарған бесәй үтеп бара ине. Ҡош һайрауын ишеткәс тә, ул тауыш ишетелгән яҡҡа шыуыша. Тиҙәккә буялһа буялды тик меҫкенде ҡаҙып алып, тамағын туйҙырҙы.
Был риүәйәттең мәғәнәһе шулдыр:
- һеҙгә этлек эшләгән йән эйәһенең һәр ҡайһыһы ул әле һеҙҙең дошманығыҙ тигән һүҙ түгел;
- һеҙҙе тиҙәктән һөйрәп сығарған йән эйәһенең һәр ҡайһыһы ул әле һеҙҙең дуҫығыҙ тигән һүҙ түгел;
- тормош матур һәм донъя түңәрәк булғанда, күп кеше телен тыя алмай.
Кешегә һөйләшергә өйрәнер өсөн ике-өс йыл ваҡыт кәрәк, ә һуңынан ул ҡалған ғүмере буйы өндәшмәй ҡалырға өйрәнә.
Фото: popmech.ru