-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Август 2022, 08:30

Исеме кем?

(Мәрәкә) Әхирәтем почтала эш­ләй. Яңыраҡ үҙҙәре менән булған мәрәкәне һөйләне. Уларға бер ир килә лә телеграф аша аҡса ебәрергә теләүен әйтә.

Исеме кем?
Исеме кем?

Тегеңә бланк бирәләр, переводты алаһы кешенең адресын, исем-шә­рифен яҙырға ҡушалар. Ир ҡуш­ҡанды үтәй ҙә, рәхмәт әйтеп, сығып китә.
Перевод тейешле ҡалаға барып еткәс, унан, аҡсаны алыусы кешенең исеме тура килмәй, тип хәбәр итәләр. Ирҙең өйөнә шылтыраталар. Трубканы ҡатын-ҡыҙ ала. Унан, һеҙ аҡса һалған ҡатын-ҡыҙҙың исеме кем, тип һорайҙар.
– Беҙ аҡса ебәрмәнек, – тип ғә­жәпләнә ҡатын, – ул ҡалала беҙҙең туғандарыбыҙ, ғөмүмән, таныш-белештәребеҙ юҡ.
– Нисек инде юҡ?! Ғәлиев Ғәли Ғәлиевич ошо адрес буйынса йә­шәйме?
– Эйе, ул – минең ирем.
– Ебәрмәнек тигән булаһығыҙ, ана бит, ебәргәнһегеҙ...
Ярты сәғәттән Ғәли Ғәлиев шылтырата.
– Һеҙ унда нимә эшләйһегеҙ? – ти ул, иларҙай булып. – Мине төп башына ултырттығыҙ бит!
– Хата ебәргәнһегеҙ, “Аня” урынына “Лена” тип яҙғанһығыҙ ҙа баһа.
– Уның исеме Аня, – тип ныҡыша һаман ир.
Почтала эшләү күңелһеҙ, ялҡыта, тиҙәр. Булмайыраҡ торһон әле!

Б. ҠАСИМОВА.

Автор:
Читайте нас