+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Август 2022, 12:00

Улым себерҙә аҡса һуға

– Кеше артынан эйәреүен әл­лә ни күрә. Тормошонан ҡәнә­ғәт булып, алдына килгәнен ашап-эсеп кенә тик ятмай аптырата, – тип зарланды Мәймүнә ҡарсыҡ әхирәте Зә­биҙәгә. – Себер ки­тәм, аҡса һу­ғам, тей ҙә ҡала Иҙ­рисем. «Кеше хәҙер ҡап­ҡа­ны ти­мерҙән ҡуя, ҡыйыҡ башын прафнастил ти­гәне менән ҡаплай.

Улым себерҙә аҡса һуға
Улым себерҙә аҡса һуға

Беҙ кем­дән кәм?» – тип башты ҡаңғырта баяғы. Бер кем­дән дә кәм бул­маһа, миңә ошо ҡапҡа ла етеп торор. Тимер ҡапҡа аша ней күрәһең? Серегән байҙар һымаҡ йәшерер нәмәм юҡ, бар тормошом ауыл күҙе алдында. Ҡыйыҡ­ты шифер ҙә ҡаплап тора, ямғыр үтмәй, там­ған тамсыларға тас-биҙ­рәләр ултыртаһың. Шулай ҙа инде, Зәбиҙә?
– Йәштәр аҡса ярата. Һинең биш тинлек пенсияңды күпме ашап ятырға була? Барһын. Үҙе аҡса эш­ләп ҡараһын. Ҡәҙереңде лә белер. Өйөңдө әҙәм рәтенә килтерһә, һиңә ҡыйынмы? Күреп тораһың, ауылда әҙәм бер-бе­реһе менән ярышҡандай, көн­дән-көн нимәһендер уйлап сы­ға­рып тора. Аҡса заманаһы хә­ҙер. Ҡайҙа түләйҙәр, йәштәр шундараҡ яҡынлай. Йә шунан бисә лә табып алып ҡайтыр.
– Ниндәй бисә тей? Тәүбә, тиң. Балаҡайымды әллә ниндәй бисәгә би­рер өсөн үҫтермәгән­мен. Үҙем тере саҡта Иҙристе бер кемдең дә ауыҙына ҡаратып темеҫкендермәм!
– Ҡуйсы-ҡуйсы, Мәймүнә. Ба­ла­ҡайымды иртә менән уятып, ыҙалатып йөрөтмәм тип, мәктәп­те лә бөтөртмәнең. Тиҫтерҙәре күптән башлы-күҙле булып бөт­кән, бер һинеке һаман имгес кәнфит көйшәп урындыҡта ҡы­рын ята. Үҙең үлеп-маҙар китһәң, улың нишләр? Теген­дә бергә алып китеп булмай. Киләсәген хәстәрләр инең! Бер белемһеҙ, һөнәрһеҙ кешене Себерҙә лә нишләтерҙәр икән, белмәйем. “Оҙон” аҡсаны матурһың тип кенә тоттороп ҡуймаҫтар ул.
– Уй, мин үлгәнсә әле!... Уныһы була ҡалһа, бәпесемде диттумға тапшырып китермен. Хөкүмәт ҡарар.
– Ул ҡартласыңды ҡарттар йортона тиген, исмаһам! Күпме булды әле, йәшен әйтәм.
– Минең баламдың йәшендә эшең булмаһын. Йәш әле ул. Уның бөтәһе лә алда. Ярар, кискә эсәк арытырға кил. Теге үгеҙҙе һуйҙыртып, һатып, шуның аҡса­һына Себер ебәрермен бәпкәмде тип торам, һуңлама!
Бер ҡаҙаҡта саҡ эленеп торған ҡапҡаһын күтәреп япты ла, Мәймүнә ҡарсыҡ таяҡҡа таянып кәртәһе яғына ыңғайланы…
***
– Үрге ос Һибәттең малайы аша Иҙрисем аҡса һорап ебәргән. Ул Себер тигән нәмәлә ашау ҡыйбат икән! Бер генә үгеҙҙең килеме нимә? Айға етер-етмәҫ кенә булды инде балаҡайыма. Теге аҡһаҡ һыйырымды һуйҙырам, бөгөн кис эсәк арытышырға кил, әхирәт!
– Ә-ә-ә, мин әллә Иҙрис тоҡлап аҡса ебәргән, шуны ҡайҙа итергә белмәй аптыранып килгәнме тиһәм. Берҙән-бер һыйырыңдан ҡолаҡ ҡағып, аҡтан айырылып ултырмаҡ булдыңмы? Эй-й-й, үҙеңдең аҡылың әллә ҡайһы ереңдән үҫкән, әхирәт. Һуң аҡса таптырып ятыуы ней икән инде ул ҡартластың?
– Анһат һиңә аҡса эшләүе! Ышанмаһаң, үҙең барып эшләп ҡара! Һыуыҡ тей бит унда. Биш пар йөн ойоҡ, биленә быуырға дебет шәл, бейәләй ҙә әҙерләп ҡуйғанмын, шуларҙы ла баяғы аҡса менән ҡуша ебәрәм. Ба­лаҡайым, өшөп кенә ятамы икән инде?.. Йә, ярай, килергә онотма, йәме, әхирәт!
Мәймүнә ҡарсыҡ өтөлөп-ҡы­ры­лып, түбән төшөп китте. Иртә­гә иртүк баҙарға алып барыр ите өсөн машина хәстәрләп йүгереүе ине был юлы.
***
– Зәбиҙәкәйем, бар өмөтөм һиндә генә, йәйге пенсийәләрҙән бирермен, һаҡлап тотонғаныңды беләм бит, Иҙрискә ебәрергә би­реп тораң инде. Мине үҙең беләң, бурыслы йәшәргә яратмайым.
– Ашарыңды ашамай, айҙыҡын айына шунда ебәрәһең, ҡайһы­лай оятһыҙ, бөтмәҫ аҡса һурғыс булып сыҡты әле ул?
– Аһ-аһ, нисек телең әйләнә минең ҡошсоғомдо шулай тип атарға? Мин һине әхирәт тип йөрөйөм бит әле! Иҙрисем Се­бергә аҡса һурырға түгел, һу­ғырға киткәнен белә тороп! Бына тиҙҙән ҡайтып та төшөр! Күрер­һең! Миңә ней уның аҡса алып ҡайтыуы кәрәк тә түгел, имен йөрөһә – булды. Киләһе айҙа ҡырҡ бише тула, шуны үткәрергә йыйынып йөрөүем. Үҙемдең пинсиә лә етер ине, анау ҡы­йыҡ­тың ши­ферҙәрен алыштырттым, яңы тимер ҡапҡа ла эшләттер­ҙем, кисә генә һуңғы тиндәремә газын да үткәрҙеләр…
…Иртәгеһенә таң менән, һиге­ҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Мәй­мүнә ҡарсыҡ йөкмәнеп, бер кем­гә һиҙҙермәй генә Себер сығып китте…

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас