Һин дә мин эшләп ултырғанда, ишекте туҡылдатып, йылмайып килеп инә.
Бөгөн дә нәҡ шулай булды. Ҡояштай балҡып килеп инде лә, хәл-әхүәл һораштырғас, яңылыҡтарын һөйләргә тотондо.
Үҙенә ҡарап-ҡарап алам, нимәлер булған кеүек. Бабайым сәпсим үҙгәргән бит, тип уйларға ла өлгөрмәнем, ауыҙында теше юҡлығы күҙемә салынды. Бәй, мин әйтәм, тештәрен кейергә онотоп сығып киткән, ахыры. Алғы тештәре булмағас, сәпсим ҡарт булып күренә. Күҙ менән ҡаш араһында мөхәббәтле бабайым ун йылға ҡартайҙы ла ҡуйҙы. Вәт, мәлғүн, тешһеҙ көйө эргәмә килмәһә, бүтән эше юҡмы икән ни? Хәбәрен һөйләй торғас, минең һушымды йыя алмай ултырғаныма иғтибар иткәндер, күрәһең, эштең нимәлә икәнен һиҙенде буғай. Һөйләгән һүҙен тиҙ генә йомғаҡлай һалып, ҡайтыу яғын ҡайғырта башланы. Ултырған еренән терт итеп китте лә ауыҙын шып иттереп ябып ҡуйҙы. Оҡшатып йөрөгән бабайымды тешһеҙ күргәс, тулышып ҡына килгән мөхәббәт бөрөләрем шиңде лә ҡуйҙы. Инде ни хәл итергә, тип аптырап ҡалдым.
Тауыҡ төшөнә тары керә, тигән шикелле, төш күреп ятам икән дә баһа. Вәт, мин әйтәм, теге мөхәббәтле бабай төшөмә лә керә башланы. Етмәһә, тешһеҙ ауыҙы менән. Ғәрлегеңдән йығылып үлерһең.
Күҙҙәремде асып ебәрһәм, матур ғына итеп таң атып килә икән. Стеналағы сәғәткә күҙ йүгертһәм, ете тулып килә. Эшкә йыйынырға ваҡыттыр.
Унда иһә ишек асылған һайын бабайымды көтөп ике күҙем дүрт булды. Күпме генә көтһәм дә, нишләптер, тешһеҙ мөхәббәтем килмәне.
Бар бит ул мөхәббәт, һәр кемгә ҡояш кеүек йылмайып тора торған мөхәббәт. Күктәге ҡояштай балҡып килеп инер һымаҡ булып тик тора…
Л. РАЯНОВА.