

Был яҙмалағы һүҙем – Сурғылды ауылынан алыҫ түгел «Айыулы ҡул» төбәге һәм «Кәзә Лотфой» тигән берәү тураһында.
Ул ваҡыттарҙа әлеге төбәктә еләк-емеш иҫ киткес күп була торғайны. Унда кем генә барһа ла айыу күреп ҡайтыу сәбәпле, eмеш-еләккә йөрөргә баҙнат итеүселәр бөтөнләй тиерлек юҡ ине. Шул яҡта үлән сәмсенгән һарыҡ-кәзәләрҙең юғалыуы ла халыҡтың айыуға булған асыуын ҡабартып торҙо…
Ауылдың ир-уҙамандары Лотфрахман, Сәйфетдин, Хәкимйән, Муллаҡай, туҡтауһыҙ ашанып йөрөгәне өсөн «Убыр Зекер» ҡушаматы алған Зәкәриә айыуҙы аҡылға ултыртырға булалар.
Улар, бишеһенә – биш балта, көпшәнән ҡоролмалы, бер генә тапҡыр ата торған саҡма мылтыҡ менән ҡоралланып, юлға сыға. Айыуҙы «саҡырып килтереү» ниәте менән Лотфрахмандың кәзә бәрәсен дә эйәртәләр.
«Саҡма» – Лотфрахман ҡулында, сөнки ул төҙ атыусыларҙан иҫәпләнә. Бына айыу менән осрашаһы урын. Кәзә бәрәсен бер ситкәрәк бәйләп ҡуйып, һунарсылар ғәйәт ҙур, бейек ҡарағай башына үрмәләй. Йыуан ботаҡтар өҫтөнә балаган һымаҡ нәмә әтмәләп, айыуҙы көтә башлайҙар.
Күп тә ултырмайҙар, ҡыуаҡтар ҡыштырҙаған тауыш ишетелә. Ни күҙҙәре менән күрһендәр, өй тиклем ҙур кәүҙәле айыу һаҡ ҡына, яҡ-яғына ҡаранып кәзә бәрәсенә яҡынлаша. Ә ул, меҫкенең, ни эшләргә белмәйенсә асырғаланып ҡысҡырына. Ҡасыр ине – бәйле. Ағас башындағылар иһә ауыҙын асып ҡатып ҡалған Лотфойҙы төрткөләйҙәр: ат инде тиҙерәк! Ә Лотфой ҡалтыранған ҡулдары менән айыуға төҙәп аттым ғына тигәндә, йәҙрә көпшәнән тәгәрәп төшөп китмәһенме! Шунда ниҙер һиҙенеп ҡалған айыу йәшен тиҙлеге менән ҡарағай төбөнә килеп етә лә, кәзә бәрәсен онотоп, ағасҡа үрмәләй башлай. Ҡоттары боттарына еткән «аусылар» «сап» та «сап» тип бер-береһенә ҡысҡыра. Береһе айыуҙың башына сабам тип киҙәнә һәм туп-тура балаган нығытылған бауға саба. Хәсрәт һунарсылар айыу менән бергә түбәнгә оса.
Был миҙгелдә һәр кемдең үҙ йәнен һаҡлап ҡалыу ҡайғыһы ғына булғандыр, моғайын. Тайыштабан үкерә-үкерә урман араһына ташлана, һунарсылар иһә ауыл осонда ғына һуштарына килә. Бәхеткә күрә, береһенең дә бер ере лә һынмаған, береһе лә яраланмаған. Тик балталар менән мылтыҡ ҡайҙа булған да, Лотфрахман кәзә бәрәсен ҡасан ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып өлгөргән – быныһын Алла ғына белә. Әммә шуныһы хаҡ, был ваҡиғанан һуң Лотфрахманға «Кәзә Лотфой» ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешә. Ә айыу «атҡан» төбәк «Айыулы ҡул» тип аталып йөрөтөлә башлай.
Камил ГӘРӘЕВ.