+21 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
5 Сентября 2022, 13:30

Тауыҡ баш

Күптәрҙең, ғәҙәттә, һөйләм араһына ҡыҫтырып әйтә торған һүҙе була. Кемдәрҙер ата-әсәһен иҫкә төшөрә, бәғзе­ләре “эйе тиген” тип раҫлата.

Тауыҡ башТауыҡ баш
Тауыҡ баш

Ә бына минең ҡатындың те­ленән “тауыҡ баш” тигән һүҙҙәр төшмәй. Ниндәйҙер йомошон уныңса үтәмәһәм, мин дә “тауыҡ баш”. Урамда уй­нағанда өҫтөн быс­­ратып ҡайт­һа, улыбыҙ ҙа “тауыҡ баш”. Күр­ше­ләрҙең тү­тәл­­дәрҙе утаған әтәсе лә “тауыҡ баш”.
Күпкә китһә, майлы бутҡа ла туйҙыра. Көн һайын ғына түгел, сәғәтенә әллә нисә тапҡыр бер үк нәмәне ишетеү мине лә тамам ялҡыта башланы. “Ташла әле шул һүҙҙәреңде!” – тип күпме генә ялынһам да, хәләлемде күндерә алманым. Инде нишләргә? Үҙе­нең дә беҙҙең кеүек үк әҙәм балаһы икәненә нисек инан­ды­рырға? Көнгә сыҡһам, шул хаҡта баш ватам. Ниһайәт, ваҡыты етте бит, малай!
Һалҡын ҡыш үтеп, донъяға яҙҙы хаким иткән апрель айында ҡатын инкубаторҙан себештәр алып ҡайтты. Беҙ уларҙы алдан хәстәрләгән тартмаға урынлаш­тырҙыҡ та, алдарына һыуҙа ебе­телгән икмәк киҫәктәре ҡуйҙыҡ.
– Һи, тауыҡ баштар, ҡайҙа ул ашау, яҡын да килмәйҙәр, – тип зарланды хәләлем, томшоҡтарын ҡат-ҡат валсыҡҡа терәтеп ҡарап та, тегеләр баш тартҡас.
– Ә һин йомортҡа бешереп бир, – тинем мин. – Беҙҙең әсәй шулай эшләй ине.
Хужабикәм ҡарышманы. Ун минуттан алдарына ваҡланған йомортҡа һалынған тәрилкә ултыртты. Һәм ни күрәбеҙ! Ашай белмәгән “тауыҡ баштар”, ҡара яуҙай ябырылып, һауытты уратып алдылар ҙа, күҙ асып йомған арала төбөн ялтыратып та ҡуйҙылар.
Мин ҡарашымды ҡатыныма төбәнем дә, күптән тел төбөмдә йөрөткән һүҙҙәрҙе еткерҙем:
– Йә, әйт инде, кем тауыҡ баш?

Рәфғәт РЫСАЕВ.

Фото: Яндекс Дзен

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас