

– Һуң, йәмәғәт, мин нимә эшләй алам? Бибисараның, мәҫәлән, справкалары бар, – ти бригадир.
– Булһа – күрһәт! – тип дауайлаша тегеләр.
– Ай, әттәгенәһе, әллә ышанмайһығыҙмы? Бына улар, көндөкө көнгә теркәлә бара. Ҡарағыҙ, духтырҙың ҡултамғаһы ла бар, мисәте һуғылған, латинса яҙылған. Тағы нимә кәрәк? – ти ҙә Сәләхетдин, түш кеҫәһенән бер ус ҡағыҙ сығара. Йүнләберәк ҡараһалар, Бибисараның справкалары шау рецептарҙан тора икән!
Рәфғәт РЫСАЕВ.