+15 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
9 Сентябрь , 13:00

Уҡыуҙар башланды...

Уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа, яуаплы ла осор. Бөгөнгө һүҙем “2” билдәһе хаҡында булыр.

Уҡыуҙар башланды...
Уҡыуҙар башланды...

Ни өсөн биш түгел, ә ике хаҡында тиерһегеҙ? Биште беҙ былай ҙа күп ҡуябыҙ, күп алабыҙ. Бөгөн ниңәлер уйға ҡалдым: беҙ уҡытыусылар икене әҙ ҡуя башланыҡ. Әҙ генә түгел, ә хатта бик һирәк осраҡта ғына ҡуябыҙ. Файҙаһы күберәкме ике ҡуйыуҙың әллә зыянымы?

Мәктәптә уҡыған саҡтарым иҫкә килеп төштө ҡапыл. Башланғыс синыфта уҡығанда дуҫымдың әсәһе мәктәпкә барып уҡытыусыбыҙҙың икене балаһына күп ҡуйыуы тураһында ризаһыҙлығын белдереп тә йөрөнө. Баҡтиһәң, өй эсендәге баҙҙары (мөгәрәптәре) “2” менән тулған икән. Дуҫымдың да гел бишкә генә уҡығыһы килгәндер инде, теге "2"ле дәфтәр, дневник биттәрен йыртып алып иҙән ярығына олаҡтырып тик йөрөгән.

Талапсан, көслө уҡытыусылар белем бирҙе беҙгә. Өс класты бер уҡытыусы уҡытып ҡараһын әле! Ике билдәһе генә түгел, хатта “1” билдәһе лә йыш ҡуйылды. Мин үҙем дә химия дәресенән берҙәрҙе йыш ала инем. Был предметты уҡыған саҡта ла аңламаным, хәҙер ҙә бик аҙ ғына химик элементтарҙы беләм.

Шыр икегә уҡыған балалар ҙа хәҙер матур итеп донъя көтөп, балалар үҫтереп йәшәп ята. Хәлле, матур йәшәгәндәренә ҡарап һоҡланабыҙ, уларҙы үрнәк итеп ҡуябыҙ.

Икене күп алған уҡыусы менән ике ҡуйырға яратҡан уҡытыусы менән ошондай хәл була ...Уҡытыусы ҡалаға барып ҡайтып килгәндә юл сатында тора икән. Уйҙырма ла, көләмәс түгел, ә ысынбарлыҡ. Шул ваҡыт йөк машинаһында теге икеле капсығы килеп туҡтаған да, тәҙрә аша ғына: “Икеңә ултырып ҡайт, апай!” - тип юлын артабан дауам иткән.

Беҙ ике билдәһе алыуыбыҙға намыҫлана, ғәрләнә, хатта илай ҙа торғайныҡ, ә хәҙер?..

Ғайса ИШМӨХӘМӘТОВ.

Автор:
Читайте нас в