Кәнде, дөрөҫ әйтәһең, малай, культурный кешеләр бит инде беҙ. Эйе. Нимә һөйләй инем әле? Хәтереңде! Кәнде, дөрөҫ әйтәһең, аҡыл эйәләренең хәтере насар була, тиҙәр, шул хаҡ инде. Ә-ә-ә, эйе, театр ҡарамаҡсы булдыҡ. Иң культурный кешеләр ҡайҙа йөрөй? Кәнде, операға. Опера, тим, опера! Һин үҙең апыра! Киттек шул апыраға... әй лә, операға ауа-түнә. Йәйәү. Эйе. Айнытҡыстар бар саҡта машинала ғына йөрөтә торғайнылар ҙа бит. Харап иттеләр бөтөрөп... Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә, эйе, оперныйға килдек. Кассир әйтә, балкондар ғына ҡалды, ти. Мәймүн әйтә... Кем булһын, шул минең шешәләш инде... Мәймүн әйтә, әйҙә, беҙгә киттек, минең дә балкон бар, ти, бушҡа ғына кәмит ҡарарбыҙ, ти. Эй, ҡыҙыҡ нәмәләр күреп була унан, кисә генә ҡанға батып һуғыштылар ихатала, ти. Эйе. Көлмә әле һин, көлмә, һөйләп бөткәнде көт! Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә, эйе, балконға билет алдыҡ. Нишләп Мәймүн балконына булһын?! Әпә! Дуракмы ни мин Мәймүн балконынан тамаша ҡарарға?! Үҙемдең балконға... Әй лә, театр балконына билет алдыҡ. Балконға билет алдыҡ та, партерға инеп ултырҙыҡ. Партер, тим, партер. Һин үҙең бартер. Түрәләр бушлай ҡарай торған ерҙән урын алдыҡ. Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә, эйе, бер заман шаршау асылды, сәхнәлә аҡырып йырлай башланылар, малай, мин һиңә әйтәйем. Эйе. Ап-айыҡ килеш. Бер аҙҙан Мәймүн түҙмәне, гел үҙе менән йөрөткән ыстаканын болғай-болғай, тегеләргә ҡысҡырҙы, йырлашып ҡына ултырмайыҡ, берәрҙе төшөрөп тә алайыҡ, ти. Көскә тыйҙым. Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә, эйе. “Фауст”ы күрһәтәләр. Юҡ, ҡушамат түгел ул, ысын исеме шулай. Ә, бәлки, ҡушаматылыр. Һин ныҡлап белмәйһең уны, беҙҙең менән бер генә эсте лә, әллә ҡайҙа юғалды ул. Ултыртҡандарҙыр, тигәйнем, театрҙа эшләй, имеш... Күңелһеҙ булмаһын өсөн, компания өсөн Фаустҡа ҡушылып беҙ ҙә йырлап ултырҙыҡ. Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә, эйе, бер заман йоҡлап киткәнмен. Төрткөләп көскә уяттылар. Ҡараһам, Фауст, шаршауҙы ябып, әллә ҡасан өйөнә ҡайтып киткән, башҡа йырсыларҙан да елдәр иҫкән, янымда Мәймүн дә юҡ. Уның хәлен һуңынан ғына белдем. Дирижерға барған да, таяғын тартып алған. Быҙау көткәндә мин дә улай ғына таяҡ болғай белә инем, тип, музыканттарҙың баштарына һуҡҡыларға тотонған. Үҙен ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡыуып ҡайтарғандар. Әҙәпһеҙҙәр. Тамашасыға хөрмәт бөттө хәҙер. Амба! Көлмә әле, һин, көлмә! Эй-й-й, һиңә тел әрәм иткән мин иҫәр. Культураны аңлай беләһеңме һин... Ана, Мәймүн килә ята. Бөгөн дә театрға барырға һөйләшкәйнек. Дон Кихот тигән бер ҡытай кешеһе килгән, ти, театрға. Быныһы йырламай, бейей, ти. Бәлки, уның менән уртаҡ тел табып булыр? Фауст тигәне бик ҡыртый зат булып сыҡты. Аҡыра ла баҡыра. Нимә һөйләй инем әле? Ә-ә-ә, эйе... Теге ни... Һал әле тағы берәрҙе, бәлки, иҫкә төшөр...
Хажимөхәмәтхикмәтулла ХӘМЕРШИН.