+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Сентябрь , 14:00

Әхирәттәр

Фирүзә апай бөгөн кемделер көтә, буғай, эшкә лә ваҡы­ты­н­ан алдараҡ кил­гән. Йүгереп йөрөп самауырын ҡайнат­ҡас, өйҙән килгән һый-маҙарын да күрһәтеп маҡтанмай, бары өҫтәлгә генә теҙеп ҡуйҙы. 

Әхирәттәр
Әхирәттәр

Ғәжәп, һыйҙары ла һәр көндә­геләй тары бутҡаһы менән ике-өс киҫәк колбаса түгел, мул күренә – буйтым ғына бәлеш, бал, сейәле майы ла күҙҙең яуын ала. Быларҙы тәүгеләрҙән күреп өлгөргән Фәрит ағай:
– Ай-һай, Фирүзә, ней ҡыуа­ныстан был тиктеге табын ойоштороп ятыу, әллә тыуған көнөң­мө? – тип ҡы­ҙыҡ­һынды.
– Булмаһа тағы, ярты йыл һайын тыуған көн етә ти, теге… Әхирәтем төшкө ашҡа киләм тигәйне. Бушты-бушҡа ауҙарыр­ға тиһәң, шуны ҡуш. Эшем дә йы­йылып киткән, өлгөрә алмай йөрөгәндә, ҡотороп…
– Эш көнө саҡ башлана бит әле, төшкә тиклем өлгөрөрһөң әле.
– Өлгөрөрмөн дә ул, теге һәп­рә уйламағанда килеп инһә, әйтер тағы, һанламайһың тип. Шуға алдан әҙер­ләп ҡуяйым, тип йөрөүем. Эй-й-й, уның әхирәт­леген, ташҡа үлсәйем… – тип яр­тылаш шыбырлап һөйләргә кереште Фирүзә апай. – Ҡарале, ҡартайып килгәнендә сәс­тә­рен киҫтереп, буятып, ҡыҫҡа итәктәр кейә башланы. Үҙен йәштәр ме­нән са­ғыштырып маташа, биса­раҡай. Имеш, йәш күренә. Ҡай­ҙан күренһен инде, илле йәшлек әбейҙең күҙ төптәре һыр, аяҡ­тар кәкре, түше лә кибеп бөтөп бара бит инде. Кеше тикшереү­ҙән башы сыҡмай. Хәйерсе – ул ҡар­тайғас та хәйерсе була инде, тфү-тфү, Аллам һаҡлаһын. Ми­ңә лә шул берәй нәмә һорарға киләлер, кисә телефон аша: «Әйҙә, осра­ша­йыҡ», – тигәнендә бик хәйләкәр йыл­майғанын да һиҙҙем мин уның…
Шулай Фирүзә апайҙың эс сер­ҙәрен тыңлап, төш еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ана килә, бына килә тигән әхирәт тейеш­ле кеше, ниш­ләптер, һаман кү­ренмәне. Апайыбыҙ ҙа көтә-көтә көтөк булды шикелле, ярылып бөткән ирендәрен ҡып-ҡыҙылға буяп, башына киң эшләпә­һен кейеп тышҡа сығып китте. Күп тә үтмәне, ипләп кенә баҫып бүл­мәгә башына яулыҡ ябынған бер ханым килеп керҙе.
– Һаумыһығыҙ, Фирүзә кәрәк ине, – тип яулығы аша һәммә­беҙгә бер ҡараш ташланы ла, уңайһыҙланып, кире сығыу яғына ыңғайланы.
– Әҙ генә көтөгөҙ, ул хәҙер килеп етергә тейеш,– тип, тегене туҡтаттыҡ.
– Инде үлтерә яҙып, кил дә кил, һағындым, һөйләшер һүҙҙәр күп, тип көн дә шылтыратып аптыратһа ла, урынында юҡ әле ул. Үҙе буш булғас та, башҡалар урамда тиҙәк тибеп йөрөй тиҙер инде,– тип, ауыҙын ослайтып мөңгөрләп, түргәрәк уҙҙы ханым. – Әхирәтем бул тип йәнде ашап алып барғас, йәлләп кенә аралашам мин уның менән. Бигерәк ауыр холоҡло, беләһегеҙҙер. Кеше сәйнәүҙән башы сыҡмай. Нисек оялмай тиһең, тфү-тфү. Бына һеҙҙе тәүгә күрһәм дә, уның һөйләүҙәре буйынса барығыҙҙы ла яҡшы беләм…
Ошо урында ишекте тибеп асып Фирүзә апай килеп инмәһә, валлаһи, үҙебеҙ хаҡында күпме ҡыҙыҡ ишетеп ҡалыр инек…
– Әхирәткәйем, оҙаҡ көттөр­ҙөм­мө?! – тип ике апай ҡосаҡ­лашып күреште.
– Үҙеңде һағынып та бөттөм, ҡайҙа шулай юғалып торҙоң?
Бер ҡалала йәшәп, әллә ниш­ләп һирәк осрашабыҙ тип сөр­көлдә­шеп, сикәләрен сикә­лә­ренә тейҙереп алған булдылар. Шунан һуң Фирүзә апай йүгереп йөрөп, инде ҡайнай-ҡайнай һыуы кәмегән самауырын та­ғы шыжлатты ла, бер-береһен ярты һүҙ­ҙән аңлаған әхирәттәр сәйләргә ултырҙы…

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Х.ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в