

Жокей бейәне күҙҙән үткәрә – нисауа күренә. Кем белә, бәлки, еңер ҙә.
– Ярай, бабай, мин риза. Тик ниндәй кәңәш бирәһең?
– Һин, улым, юҡҡа борсолма. Уны сапҡанда типкеләргә, ҡамсыларға ғына кәрәк. Ләкин шуны хәтереңдә тот: кәртәләр аша һикерер алдынан ҡолағына: “А-л-л-л-еһ-оп!” – тип ҡысҡырырға онотма. Бына күрерһең, ҡош кеүек осасаҡ!
Жокей ғәжәпкә ҡала, шулай ҙа ризалаша. Старт. Байтал шунда уҡ метеор кеүек алға оса. Беренсе кәртә. Жокей ҡысҡыра:
– Алле-һоп!
Бейә, танкмы ни, бүрәнәне емереп үтеп китә. Һикерергә уйламай ҙа. Икенсе кәртә.
– Алле-һоп!
Байтал быныһын да алып осора. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй артабан саба. Бына уның алдында – бетон стена. Жокей: “Әжәлем ошолор инде, юҡҡа ризалашҡанмын”, – тип уйлап ҡуя ла бейәнең ҡолағына тамаҡ төбө менән ҡысҡыра:
– Ал-л-ле-һоп, яллы яшыҡ!
Байтал аяҡтарын ерҙән айыра ла стена аша ҡарлуғас һымаҡ осоп үтә. Беренсе урын! Ипподромда ҡолаҡ тондорғос шау-шыу ҡуба – ҡул сабалар, сәскәләр, ҡотлауҙар...
Ҡурҡышынан дер-дер ҡалтыраған жокей бабайға тейешле аҡсаһын тапшырғанда:
– Нимә, ул әллә һаңраумы? – тип һорай.
– Ҡайҙан һаңрау булһын! Ул – һуҡыр!
И. РАУИЛОВ.
Фото: 3dnews.ru