

– Торам, – тигән ярлы һәм вәғәҙәһенән баш тартмаһын өсөн байҙы өс мәртәбә ант иттергән.
Төндә ярлы быуаға барып, муйынына ҡәҙәр һыуға ингән. Тирә-яҡта барыһы ла йоҡлаған, тик быуанан алыҫтағы ғибәҙәтханала ғына лампада янған. Ул утҡа ҡараған. Иртән быуанан сыҡҡан да вәғәҙә ителгән аҡсаны алырға байға барған.
– Һин, ысынлап та, төнө буйы быуала баҫып торҙоңмо, һиңә бер кем дә ярҙам итмәнеме? – тип һораған бай.
– Миңә кем ярҙам итһен? – Ярлы ғәжәпләнгән. – Ғибәҙәтханала ғына лампада янды. Мин уға ҡараным.
– Ә-ә! Һин төнө буйы шул лампаданан йылынып торғанһың икән! – Бай зәһәр көлгән, уға бер нәмә лә бирмәгән.
Ярлы үҙ юлы менән киткән. Ҡайғыһынан ҡысҡырып илаған, ҡаршыһына төлкө осраған.
– Ниңә илайһың? – тип һораған.
Ярлы уға барыһын да һөйләп биргән.
– Мин байҙы һиңә аҡса бирергә мәжбүр итәм, – тигән төлкө. – Мине иңбашыңа ал да ауылға алып бар, шунан ошо уҡ урынға килтер. Ауылда алдан уҡ: “Һеҙгә урман батшаһы килә, эттәрҙе бәйләгеҙ”, – тип әйт.
Ярлы барыһын да төлкө ҡушҡанса эшләгән, уны ауылға алып барған. Төлкө ҡарттарҙың кәңәшмәһен йыйған.
– Ергә ике оҙон һайғау ултыртығыҙ, – тигән, – улар араһына бейеккә котелок элегеҙ, ә аҫтына ут яғығыҙ – котелокта дөгө бешһен.
Ҡарттар ғәжәпләнгән:
– Котелок уттан бейектә буласаҡ бит. Дөгө нисек бешһен?
– Ә был ярлы лампаданан нисек йылынған һуң? – тип һораған төлкө. –Дөгө лә бешһен.
Бында ни әйтәһең инде? Ҡарттар өндәшмәгән.
– Лампада ла ярлыны йылыта алмаған, дөгө лә былай бешмәй, – тигән төлкө. – Байға уға егерме рупий бирергә ҡушығыҙ.
Байға аҡса һанарға тура килгән. Ярлы уны алған да, төлкөнө иңбашына ултыртып, вәғәҙә иткәнсә, урманға алып барған. Ә үҙе үҙ юлы менән киткән.
Ф. ҒАЙСИН.
Фото: weforum.org