+24 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
17 Сентября 2022, 09:30

Таль диңгеҙ кисә

(Шахматсылар шаяра)Таль – шахматсылар ара­һын­да мәрәкә хәлдәргә иң йыш ос­раған кеше. Ҡайһы бер ваҡи­ғаларҙы һөй­ләгән саҡта, бәлки, фәстереп тә ебәр­гәндер, кем белә. Бер саҡ яҙыу­сы Варлен Стро­гинға ҡунаҡҡа килә ул.

Таль диңгеҙ кисәТаль диңгеҙ кисә
Таль диңгеҙ кисә

Үҙе генә түгел, цирк ар­тисткаһы-ак­ро­батка ме­нән. Михаил Таль тар­тырға сыҡ­ҡан арала уның күп­тәнге дуҫы – акробатка ҡыҙ мәрә­кәле хәл һөйләп ала.
Сочиҙа гастролдәр ваҡытында сығыштар алдынан ҡыҙ диңгеҙ­ҙә һыу инеп алмаҡсы була. Бер егерме метр эскә йөҙөп ингән­дән һуң, ул ярҙа Тал­де күреп ала. Оҙаҡ йылдар кү­решмәгән булған улар. “Миша, мин бында-а-а! – тип ҡысҡыра ҡыҙ. – Кил минең янға!” Таль ҡыҙ янына йү­нәлә. Ул көндө диңгеҙ ныҡ тул­ҡын­ланып торған була. Таль шундуҡ күҙҙән юғала. Ҡыҙ яр­ҙам һорап ҡысҡыра башлай: “Ҡот­ҡарығы-ы-ыҙ! Таль бата-а-а!” Яҡындараҡ йөҙгән ирҙәр шахматсыны һыу­ҙан һөйрәп сы­ғара.
Ниһайәт, Таль һушына килеп, ҡыҙҙың яғымлы ҡарашы менән осраша.
– Һине күреүемә бик шатмын, һылыуым!
– Мишенька, һөйөклөм, йөҙә бел­мәгән килеш ниңә диңгеҙгә индең?
– Ҡәҙерлем, һинең өсөн диңгеҙ кисергә лә әҙер мин! – ти шат йылмайып Таль.

Брежнев, Помпиду һәм мөхәббәт

Өсөнсө һәм һуңғы ҡатыны Марина Щербачева менән Спасский Мәс­кәүҙә таныша. Торғонлоҡ йылдары­ның сәскә атҡан осоро. Партия идеологтары һәм функ­цио­нерҙар шахмат­сының тамам теңкәһенә тейә – уға сит ил ҡы­ҙына өйләнергә рөхсәт ит­мәйҙәр. Әммә Марина ғаилә бә­хете өсөн көрәштең оҫта ысулын таба.
Шул осорҙа Мәскәүгә Жорж Помпиду килгән була. Брежнев уның хөрмәтенә ҡабул итеү ойоштора. Францияның СССР-ҙағы сауҙа вә­ки­ле булараҡ, был сараға Марина ла эләгә.
– Помпиду әфәнде, Һеҙ мөхәб­бәт­­кә нисек ҡарайһығыҙ? – ти ул.
Француздың бындай һорауға яуабы әҙер инде:
– О, мөхәббәттән дә гүзәл нәмә юҡ!
– Улайһа, ниңә беҙгә Спасский менән өйләнешергә рөхсәт итмәй­ҙәр?
Франция президенты Брежнев­ҡа мөрәжәғәт итә. Был – ниндәй­ҙер аң­лашылмаусылыҡ, ти генсек.
Икенсе көндө Борис менән Маринаны загсҡа саҡырып алып, ни­кахтарын теркәйҙәр. Шулай итеп, Помпиду менән Брежнев бер миҙгелгә мөхәббәт илселәре булып ала...

Римат ШАХНАЗАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас