

Сираттағы туҡталышта автобусҡа бер ир инде: ҡырҡ йәштәр тирәһендә, пеләш, көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, пинжәк кейгән, галстук таҡҡан, шунда уҡ башҡа ҙур булмаған фирманың начальник урынбаҫары булып эшләйҙер, тигән уй килә. Минән алдағы рәткә ултырҙы. Бер аҙҙан телефоны шылтыраны.
– Эйе.
– ...
– Эйе, әлбиттә, компьютерҙы һүндерҙем... Ҡайтып барам... Ярты сәғәт тирәһе үтер әле. Ни булды һуң?
– ...
– Шулаймы?!
Тауышынан был яңылыҡтың уны тулҡынландырыуын аңланым.
– ...
– Мин өлгөрмәйем. – Тауышы үтә етди. – Тырышырмын... Аңланым, хәҙер хәл итербеҙ.
Офиста нимәлер эшләргә онотҡандыр, бәлки, ниндәйҙер мөһим документты ебәрмәгәндер, тип уйлайым үҙемсә. Көткәнемсә, пеләш үҙе шылтыратты.
– Алло, Виталик, һин өйҙәме?.. Яҡшы! – Тауышы бик етди. – Тиҙ генә минең компты тоҡандыр! Тиҙ бул! Хәҙер үк! – Тауышы тағы ла етдиләнә төштө. – Тоҡандырҙыңмы?! Иғтибар менән тыңла. Минең урынға алышҡа ин! Мин өлгөрә алмамдыр ул, беҙгә һөжүм итәләр, кешеләрҙең етмәүе ихтимал... Эйе! Өсөнсөнән ал. Булдымы? Тиҙҙән ҡайтып етермен.
Мин үҙем дә компьютерҙа танкылы уйнайым, әммә эшкә бындай етди ҡарашты бығаса күргәнем юҡ ине әле.
И. ИҪӘНБАЕВ.