+31 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
21 Сентября 2022, 07:00

Хәйләкәр өләсәй

Минең өлкән йәштәге мыжыҡ өлә­сәйем бар. Гел сәләмәтлегенә зарлана: ҡан баҫымы, йөрәк, аяҡтар, ишетмәй, күрмәй, тыны ҡыҫыла. Үҙенә аҙыҡ-түлек килтерергә ҡуша. Беҙ утыҙ саҡрым алыҫлыҡта йәшәйбеҙ, ял көндәрендә генә барабыҙ. Ул түшә­гендә ята, илай, хәлем насар, ти.

Хәйләкәр өләсәйХәйләкәр өләсәй
Хәйләкәр өләсәй

Беҙ иҙән йыуабыҙ, ашарға бешерәбеҙ, уның күңелен күрәбеҙ.
Ирем отгул алғас, уның янына эш көнөндә барҙыҡ. Төш ваҡыты. Өлә­сәйҙе урамда осраттыҡ. Ул һин дә мин йөрөп ята. Беҙҙе күреп ҡалыу менән, ҡасып китмәксе булды. Дүртенсе ҡатҡа минән шәберәк менде, тыны ла ҡы­ҫылманы.
Штирлиц бер ҡасан да бындай уңышһыҙлыҡҡа яҡын тормағандыр.

Бурҙар һәм малай

Студент саҡта тикшереү комитетында практика үттем. Шунда бер ҡыҙыҡ хәлгә юлыҡтым.
Бер әбей йәшәгән. Тормошонан уңған, партия осоронда һәйбәт йәшә­гән, туҡһанынсы йылдарҙа ла юғалып ҡалмаған – яҡшы бухгалтерҙар һәр ваҡыт кәрәк. Тегеһен-быныһын йый­ған, балаларын аяҡҡа баҫтырған, әле ейәнен тәрбиәләй. Ейән иһә өләсәһен өҙөлөп ярата, мәктәптән һуң шунда уҡ уға йүгерә. Бәлеш, дәрестәр...
Бәлә көтмәгәндә килә. Әбей мага­зинға йыйына, әллә шәкәр, әллә башҡа нәмә алаһы бар. Тик ишеген бикләргә онота. Быны яңыраҡ төрмәнән сыҡҡан күршеһе күреп ҡала. Әшнәһе менән әбейҙең фатирын таларға йыйына.
Өләсәйҙең бәхетенә күрә, ейән был көндө мәктәптән иртәрәк ҡайта. Асыҡ ишекте күргәс ғәжәпләнә, фатирҙа эҙләнеүсе ике ирҙе тап иткәс, ғәжәп­ләнеүе арта төшә.
Малай юғалып ҡалмай, йүгереп сыға ла ишекте яба һала. Иҫтәренә килгән бурҙар ишеккә ташланғанда ул асҡыс­ты бороп өлгөрә. Фатирға полицей­скийҙар ингәндә бурҙар, яңы “мажаралар” көтөп, балконда тыныс ҡына тәмәке тартып ултырған була.

Был һиңә кәрәкме?

Биш йәшлек ҡыҙымды тыңламаған өсөн мөйөшкә баҫтырып ҡуйҙым.
– Әсәй, һиңә минең менән дөрөҫ эшләмәнең һымаҡ тойолмаймы?
– Тойолмай!
– Юҡҡа! Бала мөйөштә баҫып тора, әсәһе тураһында насар уйлай. Был һиңә кәрәкме?

Ш. ИРНАЗАРОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас