Күршеләрҙең балконынан үҙебеҙҙекенә үтергә (йыш ҡына шулай итәләр ине) шөрләнем. Ишек төбөндә бер аҙ уйланғас, күршеләрҙең ишеген шаҡыным. Оло йәштәге Зоя апай өйҙә ине.
– Ни кәрәк?
– Һаумыһығыҙ, һеҙ миңә фатир асҡысығыҙҙы биреп тора алмаҫһығыҙмы икән?
Уның төҫө боҙолдо, ҡурҡты булһа кәрәк.
– Нисек?
– Беҙҙең йоҙаҡтар бер төрлө.
Нисек етте шулай, уны күндергәс, ул, ниһайәт, ризалашты. Асҡысты алғас, ишекте астым. Күрше әбей ниңәлер шатлығымды уртаҡлашманы.
– Элек тә шулай итә инеңме? – тип һораны, шикләнеп.
– Юҡ, беренсе тапҡыр.
Күршеләр, әлбиттә, йоҙаҡты алмаштырҙы.
Р. МӘМБӘТҠОЛОВ.
Ярай, ярамай
Дүрт йәшлек ҡыҙым менән туп һикертеп “ашарға ярай, ашарға ярамай” уйыны уйнайбыҙ.
Мин:
– Алма!
Ҡыҙым:
– Ашарға ярай!
Мин:
– Крокодил!
Ҡыҙым:
– Ашарға ярамай!
Мин:
– Һин!
Ҡыҙым:
– Коркодил өсөн булһа, ашарға ярай.
Ҡайҙа
Ике йәшлек ҡыҙым менән поликлиникаға ишетеү һәләтен тикшертергә барҙыҡ. Табип: “Кәнфиттәр”, – тип бышылдай. Ҡыҙым да бышылдап ҡына яуаплай: “Ҡайҙа?”
Р. ҒӘҘЕЛШИНА.