– Өсөнсө ҡаттағы ҡатындыҡы, – тиҙәр. – Ана, үҙе лә килә.
Ҡаршыһына барып һораным:
– Һаумыһығыҙ! Машинағыҙ анауында торамы?
Ул күҙҙәрен аҡайтты ла ҡысҡырынырға тотондо:
– Юҡ, минеке түгел, минең бер ниндәй ҙә машинам юҡ, мин бер нәмә лә белмәйем, миңә бәйләнмәгеҙ, бер тин дә түләмәйәсәкмен!
Ҡатын газондан тураға урамға сыҡты ла күҙҙән юғалды. Ни булды һуң әле был? Ҡулбаштарымды һикерттем дә, машинама ултырып, китеп барҙым.
Әллә ҡасан
Бер хәл иҫемә төштө. Ул осорҙа юлдарҙа “Жигули”ҙар күп, ә “балалар креслоһы” тураһында бер нәмә лә белмәй инек әле.
Магазиндан сыҡҡас, машинам янына барҙым. Эргәләге “Жигули”ҙың номеры ғәжәпләндерҙе – сит өлкәләрҙән килеүселәр һирәк осрай.
Шунда уҡ машинаға экипаж килде. Йәш кенә ҡатын артҡы ултырмаға мәктәп йәшендәге ҡыҙҙы, эргәһенә ҡарсыҡты ултыртты. Үҙе руль артынан урын алды. Уға арт менән сығырға кәрәк, бик уңайһыҙ. Тәжрибәле шофер, башын ике көҙгөгә алмаш-тилмәш борғолап, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ сығыр ине. Ә уның тәжрибәһе етерлек түгел, был тәүге хәрәкәттәренән үк беленде. Ул мине көҙгөнән күрерлек итеп баҫтым, ым менән рулде дөрөҫ борорға күрһәттем. Эргәмдән үткәндә туҡтаны, ишек быялаһын төшөрҙө:
– Рәхмәт!
– Беҙ ҡасандыр барыбыҙ ҙа шулай башланыҡ...
Ул күҙҙәрен түңәрәкләндереп ҡаршы төштө:
– Минең руль артына ултырғаныма әллә ҡасан! Мин мең километр үттем инде!
Ә. АЗАМАТОВ.