+16 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
28 Сентября 2022, 05:00

Кәрәкмәгән йөк

Бер кеше аҡыл эйәһенә килгән дә унан кәңәш һораған:  – Һеҙ бер ваҡытта ла асыуланмай­һығыҙ, яҡшы кәйефтә йөрөйһөгөҙ. Миңә лә шулай булырға өйрәтегеҙ әле.

Кәрәкмәгән йөкКәрәкмәгән йөк
Кәрәкмәгән йөк

Ҡарт ризалыҡ белдергән һәм үтә күренмәле тоҡсай менән картуф килтерергә ҡушҡан.
– Әгәр һин берәйһенә асыуланһаң йәки үпкә һаҡлаһаң, бер картуфты ал да шунда бәхәсләшкән кешеңдең исемен яҙып, тоҡсайыңа һалып ҡуй, – тигән.
– Шул ғынамы? – тип аптыраған теге кеше.
– Юҡ, – тигән ҡарт, – һин ошо тоҡсайыңды һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөргә тейешһең. Тағы ла берәй­һенә үпкәләһәң йәки асыу һаҡлаһаң, картуфтарыңды өҫтәй барырһың.
Был кеше риза булып ҡарт менән хушлашҡан. Күпмелер ваҡыт үткән. Тоҡсайына күп картуфтар һалынғанға ауыр ғына булып киткән. Уны һәр саҡ үҙе менән йөрөтөү ҙә ҡыйынлаш­ҡан. Етмәһә, иң башта һалған картуф боҙола башлаған, тышы лайлалы шыйыҡса менән ҡапланған. Шуға насар еҫ сығарған. Ҡайһылары шытҡан.
Аптырағас, был кеше теге ҡартҡа килгән.
– Был тиклем йөктө үҙең менән йөрөтөү мөмкин түгел, беренсенән, ауыр, икенсенән, картуф боҙола. Баш­ҡа берәй нәмә тәҡдим ит, – тигән.
Әммә аҡыл эйәһе уға былай тип яуап ҡайтарған:
– Кешеләрҙең күңеле менән дә шундай уҡ хәл була. Беҙ башта уны һиҙмәйбеҙ генә. Ҡылыҡтарыбыҙ ғәҙәткә инә, ә ғәҙәттәребеҙ холоҡҡа әйләнә. Мин һиңә шуларҙы үҙеңә ситтән күҙәтергә мөмкинлек бирҙем. Берәйһенә үпкәләргә уйлаған 

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Фото: ok.ru

Автор:
Читайте нас