Бала тынып ҡалды, өйгә ҡайтып еткәнсе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Өйҙә, тупһанан атлау менән, кәпәсен иҙәнгә бәрҙе лә, ҡалын тауыш менән:
– Эшләйһең, эшләйһең, ә аҡса юҡ! – тип ҡысҡырҙы.
Ғүмерлеккә
Яңы таныштарыбыҙ ниндәйҙер байрамға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ғаилә менән яңыраҡ ҡына аралаша башлағанлыҡтан, уларҙың дуҫтарын белмәйбеҙ. Халыҡ байтаҡ ҡына, барыһы ла балалар менән килгән тип әйтерлек.
Миңә балалар янынындараҡ ултырырға тура килде, ҡаршы булманым, сөнки йәш ярымлыҡ улым күҙ алдымда.
Яныма биш йәшлек ҡыҙ килде. “Ҡара әле, бына мин нисек эшләй беләм”, – тип төрлө бейеү алымдары күрһәтергә кереште: тәгәрәй, һикерә, тәгәрмәс, күпер, шпагат һ. б.
– Афарин, бейеү менән шөғөлләнәһеңме ни?– тим.
– Эйе, – ти ҡыҙ, – тиҙҙән сығыш яһаясаҡмын, мин бик оҙаҡ әҙерләндем. Тик атайым ғына концертҡа килә алмаясаҡ.
– Нимә, эштәме ни?
– Ул әсәйем менән ғүмерлеккә талашты, фатир арҡаһында! Атайым икенсе ҡалаға сығып китте.
– Нисек... фатир арҡаһында?
– Ни... атайым эшкә сығып киткәс, беҙҙә әсәйемдең дуҫы төндә йәшәне. Атайым белгәс, әсәйем менән ғүмерлеккә әрләште...
Балалы өйҙә сер ятмаҫ, тип дөрөҫ әйтәләр икән.
С. ҒИМРАНОВ.
Ололар тормошо
Почта йәшнигенән ҙур аҡ конверт алдым. Ул бишенсе класта уҡыусы улыма килгән. Ҡулына тотторҙом. Хат һалым инспекцияһынан, уны рәсми рәүештә аңлатма биреү өсөн инспекцияға саҡыралар: адрес, дата, ваҡыт, кабинет.
– Әсәй, һин минең менән бараһыңмы? – тип һорай улым, юғалып ҡалып.
– Юҡ, һине саҡырғандар бит, – тип яуаплайым ҡәтғи.
– Бына минең ололар тормошом башлана... – тине ул, ауыр һулап.
Өйҙә юҡ
Дүрт йәшлек ҡыҙым матур һүрәт төшөргән (тырышҡан), унда әсәһе уның ҡулынан тотҡан. Һүрәтте әсәһенә күрһәтә:
– Әсәй, ҡара, беҙ һинең менән!
– Ә быныһы нимә?
– Сәскәләр, ҡояш, ағастар.
– Атайың ҡайҙа?
– Көн дә баһа! Ҡояш йылмая! Ә атайым өйҙә юҡ.
Төрлө хәлдәр
Минең ике туған бәләкәй ҡустым бар. Уға ике йәш ярым. Ғаиләлә яңғыҙы. Уға һуғыу һәм әрләү тыйылған, йәғни, кәрәк булһа, тәрбиә әңгәмәләре үткәрәләр. Ҡаты тәрбиәләйҙәр, артыҡ үҙһендермәйҙәр.
Бер мәл уларҙа ҡунаҡта ултырғанда шундай хәлгә юлыҡтым. Ҡустым йүгергәндә башын бәреп йығылды. Хәҙер аҡырып иларға тотонасаҡ, тип уйлайым. Юҡ. Тороп баҫты, күҙҙәре тулы йәш, маңлайын ыуа, үҙе һөйләнә: “Тормошта төрлө хәлдәр була. Иларға ярамай, тормошта төрлө хәлдәр була”.
Р. НӘҒИМОВА.