+24 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
2 Октября 2022, 09:00

Ике хеҙмәткәр

Бер ваҡыт хеҙмәткәр хужаһына килгән дә: – Бай ағай, ниңә һеҙ Иванға – биш һум, ә миңә биш тин генә түләйһегеҙ? – тип һораған.

Ике хеҙмәткәрИке хеҙмәткәр
Ике хеҙмәткәр
Бай тәҙрәнән ҡараған да:
– Кемдеңдер был яҡҡа табан килгәнен күрәм. Бесән алып китеп баралар түгелме, бар әле ҡара, – тигән.
Хеҙмәткәр сыҡҡан да кире ингән:
– Эйе, бай ағай, бесән алып китеп барғанға оҡшағандар, – тигән.
– Ҡайҙан икәнен белмәйһеңме? Cемён туғайынан микән әллә?
– Белмәйем.
– Белеш һуң.
Хеҙмәткәр сыҡҡан да тағы кергән.
– Дөрөҫ әйткәнһегеҙ, бай ағай, Семён туғайынан.
– Тәүгә сапҡан бесән микән әллә икенсегәме?
– Белмәйем.
– Белеш һуң.
Хеҙмәткәр сыҡҡан да бер аҙҙан әйләнеп ингән:
– Тәүгә сапҡан бесән.
– Хаҡы күпме икән?
– Белмәйем.
– Белеш һуң.
Хеҙмәткәр сыҡҡан да бер аҙҙан боролоп кергән.
– Биш һумдан һаталар, бай ағай.
– Арзаныраҡҡа бирмәйҙәр микән?
– Белмәйем.
Шул ваҡыт Иван килеп ингән дә:
– Бай ағай, беҙҙең яндан бесән һатыусылар үтеп бара. Семён туғайынан тәүге үләнде сапҡандар. Биш һум һорағайнылар, һатыулашып, йөгөн өс һумға төшөрттөм. Аттарын ихатаға үткәрҙем, әле бушатып яталар, – тигән.
Бай тәүге хеҙмәткәргә ҡараған да:
– Хәҙер аңланыңмы инде, ни өсөн мин һиңә – биш тин, ә Иванға биш һум түләйем? – тигән.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас