+13 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
1 Ноября 2022, 10:50

Йырыҡ ауыҙ

Эшкә йөрөү өсөн 12 сәбәп *Йөрөү һаулыҡҡа файҙалы. *Тырышһаң да йоҡлап ҡала алманың.  

Йырыҡ ауыҙЙырыҡ ауыҙ
Йырыҡ ауыҙ

*Эштә күңелле булырға ла мөмкин.

*Көнөң үтмәй йәки донъяның башҡа ҡыҙығы юҡ.

*Һиңә хужаға эшләү оҡшай: бил бөгөү, баш эйеү, ярау һәм башҡалар.

*Теүәлит ҡағыҙын нимәгәлер алыр кәрәк бит.

*Аҡса етмәһен, һин уны ҡыуһын һәм ҡыуып етә алмаһын өсөн.
*Эштең асҡысы һиндә, халыҡ инде ярты сәғәт урамда көтөп тора.

*Һин бармаһаң – башҡа кеше барасаҡ. Ул һинең өсөн эшем эйәһе булып ултырасаҡ.

*Бөгөн һине пенсияға оҙаталар. Банкет була. Бәлки пермия ла бирелер...

*Ҡатының “ҡайҙа” икәнлегеңде белә һәм борсолмай.

*Һин эш өсөн тыуғанһың!

һәм йөрөмәү өсөн 10 сәбәп

*Ер, һыу һәм күк яһалған инде, ял итһәң дә була.

*Ҡатының ул “эшеңдең” сәсен йолҡам, тине.

*Пенсия көтөү тигән һөнәр ҙә бар.

*Планетаны роботтар баҫып алып, бөтә эште эшләп бөткәндәр.

*Эштә ултырыуҙан өйҙә ултырыу теләге көслөрәк.

*Етәксе әрләне...

*Аҡса эшләүгә ваҡыт бүлге килмәй, ә аҡса туҙҙырыуға ғына.

*Бөгөн Бөтә донъя эшләргә теләмәүселәр көнө.

*Эш хис-тойғоларҙы үлтерә..

*Эшләп кем байыған?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас