Көтмәгәндә атай улынан һораны:
– Ирек, ағайҙың курткаһы ниндәй төҫтә?
Малай мине иғтибар менән ҡараны:
– Ҡала.
– Апайҙың сумкаһы ниндәй төҫтә?
Малай апайға текәлде:
– Аҡ.
– Ағайҙың ботинкаһы?
Малай яуап бирмәне.
– Белмәйһеңме ни?
Малай ғәжәпләнде:
– Ботинка?!
– Ағайҙың ботинкаһы?
Малай атаһына боролдо:
– Ботинка? – Малай минең аяҡтарға ҡараны: – Ниндәй ботинка? Ағай класовкала!
Атай сәсәне:
– Кросcовка ниндәй төҫтә?
Малай ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Һин бәләкәй баламы әллә? Төллө төҫтә. Миңә ахмаҡ һолауҙал билеүеңде туҡтат!
Атай иҫәңгерәне:
– Мин һинең төҫтәрҙе беләһеңме-юҡмы икәнеңде тикшерәм.
Малай асыуланды:
– Һин мине тағы яҙылға ла өйләт. Малшлуткала...
Мин түҙмәнем, көлөп ебәрҙем:
– Ғәфү итегеҙ.
Малай миңә ғәжәпләнеп ҡараны:
– Ағай, һин ниңә көләһең?
Атай борғоланырға, улының ҡулынан тартырға тотондо.
– Ғәфү итегеҙ, йәш кеше. Мин һеҙҙе рәнйетергә теләмәнем, – тинем мин.
– Атай, мине талтҡылама, – тине малай йөҙөн һытып. Шунан миңә боролдо. – Ағай! Мин әле бәләкәймен. Миңә һеҙ тимә.
Түҙмәнем, йәнә көлә башланым. Тағы ла ғәфү үтенергә тура киләсәк.
– Ярай, бәләкәй, ғәфү ит, ҡабат көлмәм...
Атай улының ҡолағына нимәлер бышылданы. Малай атаһына иғтибар менән ҡараны:
– Нимә, туҡта? Мин аңламайым. Миңә ағай менән һөйләшелгә ҡамасаулама. – Миңә боролдо, етдиләнде. – Сәбәпһеҙ көлөү иҫәллек билдәһе. Беҙгә тәлбиәсе шулай тине.
Хәҙер минең менән бергә тотош салон көлдө... Беҙҙең артта ултырған бер ҡатын күҙ йәштәрен һөрттө:
– Ниндәй аралашыусан, зирәк бала!
Был һүҙҙәрҙән һуң меҫкен атай сығырға йыйынды... Ләкин теләге бойомға ашманы. Малай атаһының яғаһына йәбеште:
– Атай! Был беҙҙең туҡталыш түгел! Оноттоңмо ни? Беҙгә әсәйҙе ҡалшы алылға кәләк!
Атай бөтөнләй юғалып ҡалды...
– Улым, – тине атай ялбарып. – Беҙ артабан барабыҙ, тик һин бер аҙ тынып тор.
– Ялай, атай. Һин үҙең беленсе булып башланың бит.
Салонда һаман да көләләр, ә меҫкен атай, ниһайәт, хәлдән сығыу тапты: улын ҡосаҡланы ла ҡолағына бышылдарға кереште. Оҙаҡ бышылданы... Малай иғтибар менән тыңланы. Атаһының ҡосағынан арынғас:
– Ә Малаттың һеңлеһе бал, – тине. – Уға һәйбәт – атаһы ҡулында тотоп йөлөй.
Пассажирҙар тағы ла көлдө. Күбеһе туҡталыштарын үтеп китте шикелле. Малай йәнә һөйләргә тотонғас, шофёр автобусты туҡтатырға мәжбүр булды. Малай ниндәйҙер мөһим нәмәне иҫенә төшөрҙө булһа кәрәк.
– Атай! Әйҙә беҙ ҙә һеңле алып ҡайтайыҡ. Йә ҡусты. Һин уны ҡулыңда тотоп йөлөлһөң, тәлбиәләлһең. Ә мин уның менән уйналмын, малшлуткала тыныс ҡына йөлөлмөн...
Ғ. ҒӘБИТОВ.