

Ул һәр саҡ, нисек тә булһа күршеһенең кәйефен ҡырырға тырышып, уның ҡапҡаһы төбөнә сүп-сар түгә, йә ниндәйҙер этлек ҡыла.
Бик матур бер иртәлә ир яҡшы кәйеф менән йоҡоһонан уяна һәм тупһаһына сығып баҫа. Күңеле күтәренке, иркен һулыш алып, ҡояшҡа бағып йылмайҙым тигәндә эргәлә генә ҙур, бысраҡ биҙрә ултырыуын һәм уның эсе тулы тиҙәк булыуын күрә. Ир уны түгеп, биҙрәне ялтыратҡансы йыуа һәм иң матур, бешкән алмаларын йыйып, биҙрәгә тултыра ла күршеһенә инә. Ә уныһы ишек шаҡығанды ишетеп: „Ниһайәт, мин уның зитына тейҙем, хәҙер рәхәтләнеп талашасаҡбыҙ”, – тип уйлап, кинәнеп ишеген аса. Әммә күршеһе матур итеп йылмайып иҫәнләшә лә уға алма тулы биҙрәне һона һәм:
–Кем нимәгә бай, шуның менән бүлешә инде! – ти.
Һин һайландың!
Бер ваҡыт батша баҡсаһына сыға һәм ундағы ҡороған, кипкән ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы, сәскәләрҙе күрә. Батша өҙгөләнеп уларҙың хәлен һораша, ни өсөн ҡороғандың сәбәбен асыҡларға теләй. Имән ыңғыраша: “Ҡарағай һымаҡ бейек була алмайым, шуның өсөн үләм,” – ти. Батша ҡарағайға мөрәжәғәт итә, уныһы, виноград ағасы һымаҡ емеш бирә алмайым, тип ҡайғырып бөлөп бара. Ә виноград, рауза сәскәһе һымаҡ матур түгелмен, тип төшөнкөлөккә бирелеп, ҡорой башлаған. Уларҙы был уйҙарынан арындырыу һис мөмкин булмай...
Бер аҙҙан батша бер үҫемлекте таба, ул үҙемлек бөтә тереклектең йөрәген йылыта, сәскә ата һәм көндән-көн яңыра, матурая икән. Батша уның эргәһендә бик оҙаҡ һорашып торғандан һуң ошондай яуап ала:
– Ошолай булырға ла тейеш инде, – ти үҫемлек. – Сөнки һин мине ултыртҡанда минән шатлыҡ алырға теләнең. Әгәр ҙә инде һин имән, виноград, йә иһә рауза сәскәһен ултыртырға теләһәң, уларҙы ултыртҡан булыр инең. Шуның өсөн дә мин үҙем булып ҡалыуҙан тыш, башҡа бер нәмә лә була алмайым. Һәм үҙемдең иң яҡшы сифаттарымды ғәмәлгә ашырырға тырышасаҡмын.