+14 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
7 Ноября 2022, 08:00

Һәр нәмәнең үҙ мәле

Юл эргәһендә бер Сейә ҡыуағы үҫеп ултырған. Яҙ һайын йәм-йәшел япраҡ ярып, ап-аҡ сәскәләргә күмелеп, йәйгеһен күп итеп емеш биргән.

Һәр нәмәнең үҙ мәлеҺәр нәмәнең үҙ мәле
Һәр нәмәнең үҙ мәле

Уның ауырайған ботаҡтары ергә тиклем һәленеп төшкән. Үтеп-һүтеп йөрөгән һәр кем һутлы сейә менән һыйланған, бигерәк тә балалар ҡыуанған. Сейә был күренешкә бер ҙә асыуланмаған, сөнки ул белгән: емеш бирһәң дә йәлләмәҫкә, ихласлығыңды йәшермәҫкә кәрәк. Ә үтеп барған кешеләр аҫҡы яҡтағы емештәрҙе рәхәтләнеп өҙөп ашай. Кемеһелер рәхмәт әйтеп китә, ҡайһыһылыр әрһеҙ ҡыланып, ботаҡтарын һындырып ала. Ул быларҙы күреп: «Ярай, иң мөһиме, һутлы сейәләремдән ауыҙ итәләр бит», – тип ултырып ҡала.
Өҫкө яҡта, ҡуйы япраҡтар араһында, бер Сейәкәй үҫә. Юғары булғанға күрә, ҡояшты ла беренсе ҡаршылай, иң һуңғыһы булып оҙатып ҡуя. Шуғалырмы, уның емештәре иң эреһе, иң ҡыҙылы була. «Аҫтағы бешер-бешмәҫ сейәләрҙе ашап, кешеләр ҡыуанған була, ә мине күрһәләр, бөтөнләй һуштан яҙырҙар ине. Ҡасан ғына берәүһе өҙөп алыр икән?» – тип хыялланған.
Ваҡыт үткән, әммә бер ни ҙә үҙгәрмәгән. Көҙ етә, ағастың япраҡтары ла ҡойола башлай. Хәҙер Сейәкәй ҙә әллә ҡайҙан күренеп тора, тик кешеләр ҡыуаҡ яғына әйләнеп та ҡарамай, сөнки емеш ваҡыты үтте. Ҡасандыр ялтырап, һутланып торған Сейәкәйҙең бите сирышып, йәмһеҙләнеп бөттө, һуты ла кипте. Үҙе лә ҡарайып, бәләкәсәйеп ҡалды. Элекке хыялдары ла онотолдо.
Бер көндө уның ботағына ҡара Ҡарға килеп ҡунды. Оҙаҡ йәшәгән ҡош белә: ҡышҡы һыуыҡтарҙа ашарға аҙыҡ тапмағанда Сейәкәй һымаҡ өҙөлмәй ҡал­ған емештәр менән тамаҡ ялғап була. «Ҡар-р!» – тип бер ҡысҡырҙы ла осло ҡара суҡышы менән уны бер генә ҡабып йотто. Тик Сейәкәй был ваҡытта бер нимә лә тоймай ине.
Бер ҙә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар». Бала саҡты ла, йәшлекте лә файҙалы, матур итеп үткәрергә тырышығыҙ, олоғайғас, үкенеп ултырырлыҡ булмаһын.

Фото: stihi.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас