+24 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
7 Ноября 2022, 13:30

Уларға кәрәгерәк

Минең Ишморат исемле һәйбәт дуҫым бар. Һис арттырып әйтмәйем, ысынлап та, һәйбәт. Дәрәжәле генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан (дәүләттеке түгел), барыбер ябай, мәрхәмәтле һәм ярҙамсыл булып ҡалды, үҙенең хеҙмәткәрҙәренә лә, шулай уҡ башҡа кешеләргә лә.

Уларға кәрәгерәкУларға кәрәгерәк
Уларға кәрәгерәк

Беҙҙән алыҫ түгел ике ҡатлы аҙыҡ-түлек маркеты бар, унда ай буйы лотерея уйнаттылар, һәр 200 һумға бер лотерея билеты бирелде. Яртыһын махсус йәшниккә һалаһың, ҡалғанын үҙең менән алаһың. Бүләктәре әллә ни иҫ китерлек түгел, супербүләктәре лә бар: смарт-телевизор, ноутбук, кеҫә телефоны. Ул көндө лотерея уйнатыу һөҙөмтәләрен иғлан иттеләр, отҡан номерҙарҙы элеп ҡуйҙылар.
Беҙ лотерея уйнатыуға барманыҡ – ҡыҙыҡ түгел. Һөҙөмтәләрҙе ойоштороусыларҙың сайтынан ҡараныҡ. Мин, әлбиттә, бер нәмә лә отманым, хатта һепертке лә эләкмәне, быға ғәжәпләнмәнем дә. Ә Ишморат телевизор отто. Бәхетең бар ҙа инде, тип көлөштөк. Әлбиттә, уға телевизорҙың кәрәге юҡ, өйөндә тотош кинотеатр. Әммә бәхет, Ишморатҡа телевизор кәрәк, тип иҫәпләне, уның менән бәхәсләшеү урынһыҙ.
Магазинға барып коньяк алырға һәм бүләкте йыуырға булдыҡ. Ишек янына отоусы номерҙарҙы яҙып стенд элгәндәр. Магазиндан сыҡҡас, тәмәке тартырға туҡтаныҡ. Стенд янына ике бала эйәрткән урта йәштәрҙәге ҡатын баҫҡан. Аҡса еткерә алмай интегәлер, күрәһең, ҡиәфәтенә ҡарағанда шулай уйларға мөмкин. Бәлки, балаларын яңғыҙы тәрбиәләйҙер? Ҡатын сумкаһын янына ҡуйҙы, ҡулында тиҫтәләгән билет, уйсан ғына бышылдап номерҙарҙы тикшерә. Балалар тынып ҡалған, тын да алмай күҙәтәләр.
– Әсәй, телевизормы? Ҡара, – тип һораны малай.
Ҡатын балаһына боролдо, бер нәмә лә әйтмәне. Икенсе яғынан еңенән ҡыҙы тартты:
– Әсәй, отманыҡмы ни? Бәлки, нисек тә үҙебеҙ һатып алырбыҙ. Тағы ла бер тапҡыр ҡара әле.
Ҡатын бер номерҙарға, бер стендҡа ҡараны, инҡар итеп башын сайҡаны. Күрәм, Ишморат уның янына уҡ барҙы, иңбашы аша стендҡа күҙ һалған булды. Башҡа эше бөттөмө икән ни, тип уйлайым. Тикшерҙек бит инде. Ә Ишморат стендҡа тағы ла бер күҙ һалды ла, йылмайып, ҡатынға өндәште:
– Ота алманығыҙмы? Балалар телефон таптыралыр инде, – тегеләргә күҙ ҡыҫып алды.
Ҡатын да саҡ ҡына йылмайҙы:
– Юҡ, телевизор һорайҙар. Телевизорыбыҙ иҫке, етмәһә, ватылды. Бер нисек тә аҡса еткерә алмайбыҙ, – уның йылмайыуы моңһоу килеп сыҡты.
– Йәнһүрәттәр ҡарарға! Әсәйем кискә тиклем эшләй, өйҙә үҙебеҙгә генә күңелһеҙ, – тип тәтелдәне балалар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә.
– Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, – тине Ишморат, – тормошта төрлө хәлдәр була. – Шунда сумкаға күрһәтте. – Ана, сумкағыҙҙа тағы ла бер билет күренә, бәлки, отҡандыр. Уны тикшерҙегеҙме? Моғайын, ул һеҙҙең бәхетле билеттыр? – Балаларға тағы ла күҙ ҡыҫып алғас, миңә боролдо: – Киттек.
Ике-өс аҙым китергә лә өлгөрмәнек, артыбыҙҙа урам яңғыратып балаларҙың ҡыуаныстан ҡысҡырғаны ишетелде:
– Оттоҡ! Оттоҡ! Телевизор!
Мин Ишморатҡа ҡараным.
– Уларға кәрәгерәк, – тине ул, йылмайып. Башҡаса һүҙ алышманыҡ, аҙымдарыбыҙҙы ҡыҙыулаттыҡ.

И. МАННАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас