+17 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
8 Ноября 2022, 09:00

Кәпәренмәһен ине

Супермаркетта мандариндар һатып алдым. Улар сеткалы сумкаға тултырылғайны. Өйгә ҡайтҡас, алып ҡараһам, ун биштең бишеһе үңәҙле булып сыҡты. Мандариндарҙы алдым да, чек ҡулымда, әрләшергә киттем.

Кәпәренмәһен инеКәпәренмәһен ине
Кәпәренмәһен ине

Кассирҙан башланым, шунан менеджер күренде. Ғәфү үтенмәй, алмаштырмай ҙа, әйткәнемсә, чек үҙем менән. Теш-тырнағы менән ҡаршы тора, мандариндар һәйбәт, ти. “Яҡшы, һәйбәт булғас аша! – тим. – Әгәр йөҙөңдө һытмай ашаһаң, бер ниндәй дәғүә белдермәй сығып китәм”. Теге ризалашты.
Икене ашаны.
– Етте, был минең көндәлек норма, – ти.
– Тағы ниндәй көндәлек норма, барыһын да аша!
Ул үңәҙле биш мандаринды ла ашаны. Тамағына торғанын, йөҙөнөң йәшел­ләнгәнен күрәм, барыбер ашап бөттө.
– Маладис! Хәҙер өлкән менеджерҙы саҡыр.
Саҡырҙы.
– Шулай-шулай, – тим, – миңә яңы мандариндар бирегеҙ, сөнки һеҙҙең хеҙмәткәрегеҙ минекеләрҙе әле генә ашаны, бына ҡабыҡтары.
Ҡарашын бер ваҡытта ла онота алмам, ахыры. Юҡҡа кәпәренмәһен ине.

А. ИЛГИЗӘРОВ.

Фото: neizvestniy-geniy.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас