Бөтә булған тештәремде Пархоменко урамындағы стоматологияға йөрөп, һин дә мин эшләтеп алғайным да ул. Әллә ҡайҙан, бер ҙә уйламағанда аҡыл тешем тороп ҡалған.
Теш табибы менән һөйләшеп, коронка кейҙереп булмаҫмы икән, тип йөрөп ятҡанда көтөлмәгән бәлә килеп сыҡты.
Аҡыл тешенең яртыһы һынып сыҡҡан. Әйтәм, һуңғы көндәрҙә бер ҙә баш эшләмәй башланы. Бына бит бәлә-ҡаза ҡайҙан килә икән, тип, уйлап, аптырап ҡалдым. Хәҙер аҡыл тешенең тамырын да алып ташлаһалар, нисек итеп аҡылдан яҙмай йәшәргә кәрәк. Сәпсим аңһыҙ, алйот булып ҡалыуың да бар бит әле, тип ҡурҡа төштөм.
Шуны ғына көткәндәй, аҡыл тешем ҡапыл ғына ныҡ итеп һыҙларға тотондо.
– Уф, Аллам! Инде нисек итеп түҙергә был һыҙлауҙарға, – тип оҙаҡ ҡына аптырап йөрөнөм дә, мине дауалаған теш табибы менән килешеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Был донъяла бер мин генәме ни, әллә күпме кеше аҡыл тешен алдыра, кемдер коронка ҡуйҙыра, тип уйланым да күҙҙе йомоп киттем үҙем йәшәгән Затондағы теш табибына.
Креслоһына килеп ултырыу менән күҙҙән йондоҙҙар оса башланы. Уф, Хоҙайым, нисек кенә итеп ҡысҡырмайынса түҙергә икән, тип ултырған креслоға ике ҡулымды батырҙым. Белгән доғаларҙы уҡый ғына башлағайным, стоматолог ҡыҙыҡай ауыҙымды шаҡарып тигәндәй асты ла «һә» тигәнсе һыҙлаған теште төбө-тамыры менән йолҡоп алды ла ҡуйҙы.
Аҡыл тешен йолҡоп алғас, стоматолог ултырғысынан сайҡала-сайҡала, саҡ-саҡ тороп поликлиника коридорында бер килке һушһыҙ ултырғандан һуң, ниндәйҙер эске тауыш, бар ҡайт инде, тигән һымаҡ булды.
Бәй-бәй, яҡ-яғымды абайлап ҡараһам, ысынлап та, һаман поликлиникала ултырам да баһа, тип үҙем дә аптырап киттем.
Коридорҙа күпме һушһыҙ ултырғанымды белмәйем. Шулай ҙа фатирым барлығы «ҡылт» итеп иҫемә килеп төшкәс, урамға сығып, ҡайтыу яғына юлландым да, өйөм ҡайһы тирәлә әле тип, тағы туҡталып тирә-яғыма күҙ һалып алдым. Шунан һуң ғына бер аҙ иҫемә килгәс, сумкамды һәрмәгеләп ишек асҡысын эҙләй башланым.
Ҡулыма бер шәлкем асҡыстар бәйләме килеп эләккәс, йәнгә йылы йүгерҙе. Фатирыма ҡайтып, был шатлыҡтан, бер рәхәтләнеп ултырып туйғансы сәй эсеп алырға кәрәк, тип аҙымдарымды йышайттым.
Л. САЙРАНОВА.
Фото: Vk