

Мин эргәһендә ултырам, китап уҡыйым. Көтмәгәндә салон башында ултырған ҡатындың телефоны шылтыраны. Ул трубканы алды ла, ике секунд тыңлағас, ҡысҡырҙы:
– Да-да-да-да-да! Да-да-да-да-да-да! Да-да-да-да-да-да-да!
Троллейбус бара. Мин уҡырға тырышам. Зәйнетдин элеккесә тыныс ҡына бармағын быялала йөрөтә. Ҡатын туҡтауһыҙ трубкаға бытырлай:
– Да-да-да! Да-да-да-да-да-да!
Әкрен генә әңгәмәләшкән пассажирҙар тынып ҡалды, китаптарынан һәм телефондарынан айырылдылар. Теге ҡатынға ҡарайҙар. Уның ҡасан һөйләшеп бөткәнен көтәләр.
– Да-да-да! – Ҡатын ҡысҡырыуын дауам итә. – Да-да-да-да!
Беҙ ике туҡталыш буйы өҙлөкһөҙ яңғыраған “Да-да-да-да-да-да!” аҫтында барҙыҡ. Ҡатын ҡапыл ҡылансыҡланып: “Ах-ха!” – тине лә, телефонын һүндереп, тынып ҡалды.
Салонда сәйер тынлыҡ урынлашты. Ошо тынлыҡта Зәйнетдин үҙ шөғөлөнән айырылмайынса һәм тәҙрәгә ҡарап, томһа ғына:
– Аллаға шөкөр, пулемет таҫмаһында патрондар бөттө! – тине.
Беҙҙең яндағы пассажирҙар йөрәгенә йәбеште. Бәлки, ҡустыма иҫкәрмә яһарға кәрәк булғандыр? Әммә телем әйләнмәне. Үҙем иһә әҙәпһеҙ аҡырып көлдөм.
А. НИЯЗҒОЛОВА.