+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
13 Ноябрь 2022, 10:00

Бер нәмә лә аңламайһың...

Ирем ике эштә эшләй, өйгә ҡу­ныр­ға ғына ҡайта. Йәш ярым­лыҡ улы­быҙ грипп менән сир­ләне, тем­ператураһы 39-ға етте. Һуңғы тап­ҡыр ҡасан туйғансы йоҡлаға­нымды ла хәтерләмәйем.

Бер нәмә лә аңламайһың...
Бер нәмә лә аңламайһың...

Күптән күрешмәгән әхирәтем шылтырата.
– Яңғыҙлыҡтан шул тиклем биҙ­ҙем. Һинең кеүек, кейәүгә сы­ғырға, балалар үҫтерергә хыял­ланам. Үҙемде яҡланған, нәфис зат итеп тойған көн­дәрем булырмы икән? Минең хаҡта хәс­тәрлек күреүҙәрен теләйем. Ҡыҫ­ҡаһы, ысын ҡатын-ҡыҙ бул­ғым килә!
Әхирәтемде йыуатмаҡсы булып, бала үҫтереүҙең ҡыйын­лыҡтарын һөйләргә тотондом:
– Бөгөн төндә дүрт тапҡыр тор­ҙом. Иртән тамағын туйҙыр­ғас, йыу­ын­дыр­ҙым, кейендер­ҙем. Те­шем­де та­ҙартҡан арала тағы эшен бөтөрөп ҡуйғайны, өҫтөн яңынан ал­­машты­рырға тура килде. Полик­линикаға барҙыҡ, педиатрға күре­нер өсөн сәғәт ярым сиратта тор­ҙоҡ. Өйгә лә инмәйенсә, магазинға аҙыҡ-түлек алырға киттек. Ул арала төш еткәйне, улымды ашаттым. Үҙем кофе эстем. Кер йыуҙым, иҙәнде һөртөп сыҡтым. Өҫтөн алмаштырып, баланы йоҡлар­ға һал­дым. Әкиәт уҡымайынса бәү-бәү итергә теләмәне. Ул йоҡлап китеү менән ит ҡайнатырға ҡуй­ҙым. Кис­ке­леккә аш бешер­мәк­семен. Һалма яһармын тигәй­нем, өлгөрмәм, ахыры. Ирем ярат­­маһа ла, макарон ғы­на һа­лырмын инде. Һауыт-һаба йыу­ған­да һин шылтыраттың... Әхи­рәт­кәйем, беләһеңме, минең бер ҙә яҡланған нәфис зат булғым кил­мәй! Һинең һымаҡ, көн дә эшкә йөрөһәм, был яфаларҙы күрмәҫ инем!!!
– Һин бер нәмә лә аңламай­һың...
Әхирәтем трубканы ҡуйыуға улым­­­дың илаған тауышы ишетелде...

Й. РӘЖӘПОВА.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас