+20 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
14 Ноября 2022, 12:30

Сәйер кәсеп

(Эсһәң шарап - эшең харап) Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА Хикәйә Хәжәр ҡарсыҡ ғәҙәтенсә иртә таңдан магазинға йү­нәлде.– Әбей, туҡта әле, туҡта! – тип һөрәнләгәндәрен ишетеп, боролоп ҡараһа, таушалған йөҙлө бер ир уның алдына килеп тә баҫты.– Әбей, – тине ул, тынын саҡ алып, – доға уҡый белә­һеңме?

Сәйер кәсепСәйер кәсеп
Сәйер кәсеп

– Аҙыраҡ уҡыштырам. – Хәжәр ҡарсыҡ ирекәйгә иғ­тибар менән текәлде. «Шөкөр, йәштәр ҙә дингә тартыла башланы. Донъялар ҡотайыр, изгелек артыр былай бул­ғас», – тип уйлап, ифрат кинәнде.
– Мә, һиңә өс һум хәйер: әсә­йемә аят уҡы! – Ят кеше ҡапыл һул­ҡылдап илап ебәрҙе.
Хәжәр ҡарсыҡ уның арыу ғына төшөргәнен аңланы, әммә ғәйеп­ләргә ашыҡманы: «Ир-аттың ғә­ҙәте шул ин­де, хәсрәтте араҡы менән йыуа...»
– Хәйерең кәрәкмәй, улым, былай ҙа доға ҡылырмын, әсәйең­дең исемен әйтһәң, шул етә.
– Исеме... – Теге ыҡ-мыҡ итте, ниңәлер тирә-яғына ҡа­ранды...
Хәжәр ҡарсыҡ уны бик йәлләне: «Ҡайғынан әсәһенең исемен дә онотҡан. Ҡәҙерле кешеңде ҡара гүрҙәргә һа­лыу, һай, бик ауыр шул».
– Улым, шул ҡәҙәре бөтөрөнмә, Хоҙай ғүмерҙе күпме бирә, шул ҡәҙәре йәшәй бәндә... Бүтән эс­мә, улым. Әсәйеңдең рухын рәнйетмә. Мә, аҡсаңды кире ал. Ғәзиз кешеңдең мәрхүмә бул­ғанына ни ғүмер?
Өс һумын йәһәт кенә кеҫәһенә оҙатҡан ирекәй томан баҫҡан күҙҙәрен секерәйтте:
– Бер аҙнанан ҡырҡы тула. Әйткәнеңде тыңлармын, әбекәй, әсәйемдең ҡырҡын уҙғарғас, шайтан һыуын ауыҙыма ла алмам!
«Собханалла, изге теләктәргә, яҡшы кәңәштәргә ҡолаҡ һалған­дар бар икән әле». – Хәжәр ҡар­сыҡтың нескә күңеле ҡыуа­нысҡа тулды.
– Ағай-эне, дуҫ-иш хәл-әхү­әлем­де белер­гә, ҡайғымды ур­таҡ­лашырға кил­гәйне... Бер ярты етмәй ҡалды, саҡ ҡына өҫ­тәргә кәрәк. Йөҙ генә һум биреп тор, әбей! – Ир кеше йәнә тү­гелеп иларға тотондо.
«Әсә өсөн был ҡәҙәре өҙөл­гәндәр донъяларҙа һирәктер». – Хәжәр ҡарсыҡ уға ҡушылып саҡ илап ебәрмәне:
– Мә, улым, йөҙ илле тәңкә! Ни...
Ирекәй уны тыңлап бөтмәне, супермар­кет­ҡа сапты.
– Тағы ләх була инде! – Ете-һигеҙ йәш­тәрҙәге ҡыҙыҡай бы­ларҙы күҙәтеп, әңгәмәне тыңлап торған икән.
– Ләх булғанын ҡайҙан белә­һең? – Ҡарсыҡ сикһеҙ ап­тыраны.
– Беләм, минең атайым бит ул, – ҡыҙ бала тәрән көрһөндө.
«Бисараҡай, өләсәһен бик һа­ғыналыр, бигерәк ауыр көрһө­нә...» – Хәжәр ҡарсыҡ уның иңдә­ренән ҡосаҡлап алды:
– Әйҙә әле, мынауында керә­йек – шикалат әпирәйем.
Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре йылтыраны:
– Әйҙә, тиҙерәк бул! – Ул йәһәт кенә ҡарсыҡты етәкләп тә алды.
Изгелек ҡы­лы­рына ҡыуанған ҡарсыҡ, аяҡ­тарының һыҙлауын да тоймай, елт-елт ҡыҙсыҡ артынан атланы.
– Һеңлем, «Йомарт Рәсәй» ти­гән шикалат бир! – Хәжәр ҡарсыҡ һатыусыға аҡса һоноуы булды, ҡыҙ бала еңенән тартты:
– Минең ҡустым да бар...
– Әләйһәң, икәүҙе бир! – Әбе­кәй көшөлөгөнән йәнә аҡса сы­ғарҙы.
– Ни... – ҡыҙ бала уның еңенән тағы тартты, – ни... өләсәйемә лә ал!
Уны-быны уйламаған ҡарсыҡ шоколадтарҙы ҡыҙыҡай­ға тот­тор­ғас ҡына иҫенә килде:
– Өләсәйең?!.
– Эйе, өләсәйем тере. Атайым һине алданы. Күптән өйрәнгән: юҡты һөйләй ҙә юрый ғына илай, шунан аҡса һорай. Аҙаҡ: «Обма­нул я дурочку – вот моя выручка!» – тип таҡмаҡлап бейей. Хәҙер һәләк матур бейей башланы! – Ҡыҙыҡай кинәнеп шыр­ҡылданы.
«Әстәғәфирулла! Иманһыҙҙы, оятһыҙҙы бүтән күрергә яҙма­һын!» – Көтөлмәгән ваҡиғанан хәле лә, аҙыҡ-түлеккә тигән аҡсаһы ла бөткән Хәжәр ҡарсыҡ тәнтерәкләй-тәнтерәкләй йортона табан туйтанланы...

Автор:
Читайте нас