+14 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
16 Ноября 2022, 08:00

Колорадо ҡуңыҙы

Эштән ҡайтып тамаҡ ялғап ал­ғас, баҡсаға сыҡтым. Күрше ҡатын ҡуңыҙ сүпләп йөрөй. Ул мине күреү менән:– Күрше, иҫ киткес! Бынау ҡу­ңыҙҙарға ҡарап-ҡарап торам да, бер япраҡта өсәүләп ултыралар, – ти.

Колорадо ҡуңыҙыКолорадо ҡуңыҙы
Колорадо ҡуңыҙы

– Ана, телевизорыңдың төнгө каналын ас әле. Бына шунда күрмәгәнеңде күрер­һең, – тип, мин эре генә сирттерә башлағай­ным, теге ҡатын:
– Кит, оялмайынса шул оятһыҙ­ҙарҙы һин дә ҡарайһыңмы ни? – тип ауыҙымды йомдороп та ҡуйҙы.
Ҡарамай ни, ҡарайым, хәҙер бит шу­нан башҡа йүнле бер нәмә күр­һәт­мәйҙәр.
Бына ошо бәрәңгене ултыртмаҫ­мын, тип, анттар бирһәм дә, яҙ килеү менән тағы ултыртырға тура килде. Ағыуланғанын ашағансы, үҙең ҡарап үҫтергәне мең тапҡыр артығыраҡ. Бәрәңге үҫтереүе ҡыйын булһа ла, ашауы бик күңелле. “Йоҙроҡ ҡәҙәре, бигерәк темле бәрәңге!” – тип, халыҡ юҡҡа ғына йырламайҙыр, күрәһең. Әтү, ҡайһы бер кешеләр, баҙарҙан ғына алып ашайбыҙ, тип маҡтанырға ярата. Күршемдең нисек итеп бәрәң­ге үҫтергәнен күреп, быйыл күҙем аҡайҙы. Теге ике ергә сәскән. Береһе бигерәк тә күп урынды алып тора.
– Шул хәтле бәрәңгене ҡайҙа ҡуяһың? – тинем мин, аптырап.
– Сер итеп кенә әйтәм, әхирәт, бы­на быныһы һатыу өсөн, ә бәләкәй ергә ултыртылғаны үҙебеҙгә ашарға. Һатыу өсөн ултыртыл­ғанына күнәк­ләп ағыу һиптер­тә­беҙ. Ә бына үҙебеҙгә тигәне­нең көн дә ҡуңыҙҙарын сүпләп торам, – тимәһенме күршем!
Бына ошо хәлдән һуң баҙар­ҙан бәрәңге алып ҡара инде! Эй, Алла!
«Ҡайһы берҙәребеҙ колорадо ҡуңыҙына әүерелеп бармаймы икән?» – тип уйлап ҡуям ҡайсаҡ. Бәй, шулай уйламай ни, ул ҡоротҡостар үҙҙәре иҫән ҡалһын өсөн бәрәңгене ҡорота, ә ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәренең мән­фәғәтен ҡайғыртып, әҙәм һаулығын ҡаҡшата түгелме?

Л. РАЯНОВА.

Фото: Яндекс Дзен

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас