+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Ноябрь 2022, 13:10

Мөмкинлектәр заманы

(Хәйләле эштә хәйер юҡ) – Ҡустым, – тине Шәрәй кесе коллегаһы Гәрәйгә, – ваҡытыңды, мәлеңде, мөмкинлектәреңде файҙаланып ҡал. Хәҙер – мөмкинлектәр заманы! – Ниндәй мөмкинлектәр? – Гәрәй һағайҙы.

Мөмкинлектәр заманы
Мөмкинлектәр заманы

– Бына, автобусыңда рейсҡа сығаһың бит, – тине Шәрәй, – шунда ун кешеңдең береһенең аҡсаһын кеҫәңә һалаһың.
– Ә, юҡ, минән булмай.
– Ни эшләп булмаһын, ти? Йә, әйт әле, һин эшләйһеңме?
– Эшләйем.
– Эшләгәс, аҡсаһын да алырға тейешһең. “Ҡырын” аҡсаһын да, тураһын да, тигәндәй...
– Юҡ, ағай. Мин – ҡурҡаҡ ул. Йә, тикшереп ҡуйһалар, тотолһам тағын...
– Әй, әттәгенәһе! Исмаһам, солярка “елгәрәһеңме”?
– Юҡ.
– Һуң, өс балаңдың тамағын нисек туйҙыраһың?
– Ҡәҙимгесә: күп тә бөтә, әҙ ҙә етә, тием.
– Нисек инде?
– Кредит алмайым, юрғаныма ҡарап аяҡ һуҙам.
– Әй, ҡустым, бөтөнләй эшләй ҙә, йәшәй ҙә белмәйһең икән! Һинеңсә йәшәһәң, бөтөнләй аяҡ һуҙырға була. Мин һиңә, “командировканан” ҡайтҡас, бер серҙе асырмын әле.
– Ярай. Ә командировкаң оҙаҡҡамы?
– Судтан һуң беленә инде. Ике йылға тиклем булыр тип көтәбеҙ. Бәлки иртәрәк тә сығарырҙар. Хәҙер, үҙең беләһең бит, мөмкинлектәр заманы.

Байым РӘХИМЙӘНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: