Өфөлә йәшәүсе етмеш ике йәшлек ҡатындың фатирында телефон шылтырай.
– Һаумыһығыҙ?
– Хоҙайҙың биргәненә шөкөр, иҫән-һаубыҙ. Кем шылтырата, тауышыңды танымайым.
– Полициянан. Ни бит әле... улығыҙ юл-транспорт виҡиғаһына эләккән. Етмәһә, бер кешене имгәткән.
– Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө тип, күпме әйттем! Тәки бәләгә тарыған икән...
–Ул ҡәҙәр борсолмағыҙ.
– Нисек борсолмайһың, ти. Үҙ балам да баһа!
– Эште ҙурға ебәрмәҫкә мөмкин. Бының өсөн... ни... 250 мең һум аҡса кәрәк.
Бер аҙҙан “полициянан” килеп тә етәләр. Башы әйләнгән, туҡтауһыҙ йөрәге ҡаҡҡан, шунлыҡтан әленән-әле таблетка йотҡан ҡатын, тегеләрҙең документтарын да һорап тормай, ҡалтырана-ҡалтырана аҡсаһын тоттороп ебәрә. Үҙенеке генә етмәгәс, ҡалғанын күршеләренән алып тора. Улының бер ниндәй ҙә юл-транспорт ваҡиғаһына ҡыҫылышы булмауы асыҡланғанда һуң була инде.
Ярай, улының яҙмышы өсөн ҡурҡҡан оло кеше алданған да ти, ә бына ҡырҡ биш йәшлек ирҙең төп башына ултырыуын нисек аңларға?
Телефонға килгән смс-хәбәрҙе уҡығас, уның шатлығы эсенә һыймай. “Шевроле” автомобиле отҡан икән дә баһа! Бына, исмаһам, бәхет! Һалымын түләһәң – автомобилгә һин хужа. Түбәһе күккә тейгән ир күрһәтелгән счетҡа кәрәкле сумманы һала. “Отҡан” автомобиле менән ҡала урамдары буйлап елдерә алмағас, полицияға бара. Алдаҡсыны тота алмайҙар, әлбиттә. Счетта күрһәтелгән һандар бөтөнләй икенсе өлкәлә теркәлгән булып сыға.
Ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда минең телефонға ла смс-хәбәр килде. Мин дә автомобиль отҡанмын, имеш... Бушҡа бирһәләр ҙә алмаҫҡа булдым әле. Туҙа төшһә лә әлегә үҙемдеке йөрөргә эшкинә.
Д. ҠАРАНОВ.