+20 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
21 Ноября 2022, 11:00

Бүләк

Утыҙ биш йәше инде уҙған, ғаилә ҡороу теләге көслө булған, әммә ысын мәғәнә­һендә берәй сибәргә ғашиҡ тоторона өмөтө өҙөлә башлаған бер егет бик һылыу ун туғыҙ йәш­лек студентканы осрата. Бәхете бар икән, матурҡай уға кейәүгә сығырға ризалығын бирә.

БүләкБүләк
Бүләк

Егеттең теләге бер генә: никахты ҡаҡшамаҫ итергә, ике араны нығытып ҡуйырға. Ләкин нисек итеп? Уйлай торғас, ул бу­ласаҡ кәләшенә күреү менән һәр кемде шаҡ ҡатырырлыҡ бүләк алмаҡсы була.
“Алтын” магазинына инеп, бик ҡиммәтле сылбыр һайлай һөй­гәненә. Аҡса йәлләп тороп булмай бит инде бындай осраҡ­та. Аҡ ҡағыҙға төрөп биргәндәр егеткә сылбыр һалынған ҡум­таны.
Әле буйҙаҡ булғас, ул, аңла­шыла инде, үҙенә үҙе бешерә, һауыт-һабаны ла үҙе йыуа. Шу­ны­һын да әйтергә кәрәк, күберәк йомортҡа ҡыҙҙырған. Ҡайтып барғанда табаның төбөн йыу­ғанда интеккәне иҫенә төшкән. “Нисә тапҡыр тимер йыуғыс алам тим, һаман онотам”, – тип уйлай ҙа, магазинға инә. Йыуғысты ла аҡ ҡағыҙға төрөп бирәләр. “Хәҙер табаны йыуыу еңеләйә­сәк. Тимер йыуғысты уйлап табыусылар йәшәһен!” – тип кинә­нә ул. Сөнки уларҙың туйы йәйгә генә билдәләнгән, уға ҡәҙәр йәшәргә кәрәк бит әле.
Ҡайтҡас, ул ҡыҙға хат яҙа ла, почтаға китә. Бүләген һөйгәненә ебәрә. Ләкин төргәктәрҙе бутай. Муйынса төрөлгәне аш бүлмә­һендәге өҫтәл тартмаһында ятып ҡала.
Егеттең ҡыҙға яҙған хатынан:
“Ҡәҙерлем! Беләм, һин минән бындай ҡиммәтле бүләк көт­мәгәнһеңдер, әммә һине һөйөү хисем шул тиклем ҙур, сығымдар тураһында уйламай, һиңә ошо зиннәтле әйберҙе бүләк итергә булдым. Муйыныңа тағып ҡуй ошо әйберҙе. Беләм, һиңә бик килешәсәк ул. Лекцияларҙа ул­тырғанда ла, ял көндәрендә лә, байрамдарҙа ла ошо әйбер му­йы­ныңдан төшмәһен.
Һине ошо ҡиммәтле әйберҙе таҡҡан көйө күргем килә. Һинең нәфис муйыныңда ул тағы ла затлыраҡ булып күренәсәк. Һи­нең ҡулдарың был әйбергә тейә­һен белгәнгә күрә, мин уны мең тапҡыр үптем. Тәүәл мең тап­ҡыр. Һанап үптем. Һин дә уны бер тапҡыр булһа ла үбеп ал. Ирендәребеҙ иренгә тейһен.
Һин былай ҙа сибәрҙәрҙең сибәре, әммә был аҫыл әйберҙе муйыныңа таҡһаң, барлыҡ гүзәл­дәрҙе лә томалап, беренсе гү­зәл­гә әйләнерһең дә ҡуйырһың.
“Бындай ҡиммәтле әйберҙе алырға ҡайҙан аҡса тапты икән?” – тигән уй килер башыңа, бәлки. Минең бындай мөмкинлегем бар. Өләсәйем, берҙән-бер яратҡан ейәнемә тип, ғүмер буйы йыйған аҡсаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта осраша башлағас та әйт­мәгәнем өсөн асыуланма. “Аҡса­ға кейәүгә сыҡмаһын, кешеһенә сыҡ­һын”, – тип уйланым. Аҡса яратыусылар күп булыр, ләкин миңә мине яратыусы кәрәк.
Һин әле ятаҡта тораһың. Донъяла төрлө кешеләр бар. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ҡараҡтар осрай. Был ҡиммәтле әйберҙе һаҡлап тот. Төнгөлөккә ятаҡтың комендантына тап­шырһаң, тағы ла яҡшыраҡ булыр. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Аллаһы Тәғә­лә. Шуны онотма. Бындай затлы әйбергә ҡыҙы­ғыусылар күп булыр. Театрға йәки концертҡа тағып барам, тип һораусылар күп булыр. Бирә күрмә. Кире ҡайтармауҙары ихтимал. Әйбе­реңдең эҙенә лә төшә алмаҫһың аҙаҡ.
Һине мең тапҡыр үбәм. Ҡайнар мөхәббәтемдең билдәһе итеп ошо бүләгемде ебәрәм. Бүләкте ҡулыңа алғас минең кем икән­легемде аңлағанһыңдыр. Эйе, төшөп ҡалғандарҙан түгелмен. Һөйөклөм бер дуҫынан да көн­ләшмәһен, барлыҡ дуҫтары ла унан көнләшһен. Ошо хаҡта һәр ваҡыт уйлайым, шуның өсөн тырышам.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Фото: rona-servis.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас