Шуға:
– Юҡ, юҡ. Ул нәмәне беҙҙә берәү ҙә эсмәгәс, өйҙә тотмайым, – тип ҡырт киҫте.
Ләкин саҡырылмаған ҡунаҡ сығып китмәй, һаман ыңғырашып ултыра бирҙе. Ул арала төпкө бүлмәнән ете айлыҡ Әмир имгәкләп килеп сыҡты. Ҡартатаһын күреп, тегенең алдына барып менде лә ике бөртөк тешен күрһәтеп йылмайып, үҙ телендә геүелдәгән булды, ҡарттың башын һыйпап, мыйығынан тартып, шарҡылдап, балаларса эскерһеҙлек менән көлдө.
– Әтә-тә-тә... Шәпме!? Бына һиңә ҡунаҡҡа килдем әле, улым. Хәлдәрең нисек? Ә-ә-ә, һинеке шулай булырға тейеш тә. Егет бит һин. Үәт, маладис. Ауырыма балаҡай, имен-һау йөрө. Ә бына минең башым ны-ы-ҡ ауырта, улым. Шуны йүнәтергә тип һиңә килгәйнем. Өләсәйеңдең йәшергәне юҡмы? Белмәйһеңме, күрмәнеңме? Йә, ҡартатайыңа күрһәт әле, – тип, ейәнен иҙәнгә төшөрҙө Рим ҡарт.
Бәпес, ҡартатаһының «хәлен» шунда уҡ аңлап, туп-тура барып, түрбаштағы шкаф ишеген асып, бер шешәне тәгәрәтеп тә ебәрҙе. Ағарынған Фирүзә апай баланың унда барғанын абайламай ҡалғанына уңайһыҙланып, йә көлә алмай, йә илай алмай тапанды ла, сараһыҙҙан шешәне ҡоҙаһына тоттороп сығарҙы...
Ике ҡояш
Әмирҙең өс йәше тулыуға уның ҡустыһы тыуҙы. Гелән бер үҙе иғтибар үҙәгендә булып өйрәнгән малайға тәүҙә ауырыраҡҡа тура килде. Шулай ҙа ул үҙ ҡәҙерен ебәрмәҫкә тырышып, тамашалар ҡорманы. Түҙемлек менән еңде.
Шулай бер көн әсәһе бәләкәй Данилды яратып “Ҡояшым минең” тигәнен ишетеп ҡалды Әмир. Күп уйлап тормай, ипләп кенә әсәһе янына килде лә:
– Мин һинең ҡояшың да инде. Нишләп Данил да ҡояш булып китте? – тип һорап ҡуйҙы.
– Һеҙ икегеҙ ҙә минең ҡояшым. Икегеҙҙе лә бер үк яратам, балаҡайым.
– Әсәй, һинең ҡасан ике ҡояш күргәнең бар? Һауала ҡояш берәү генә, әнә, ҡара... – тип бармағы менән тәҙрәгә төртөп күрһәтте лә, тып-тып баҫып бүлмәһенә инеп китте Әмир.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.