Утҡа ҡуйырға, улыңдың ауыҙынан картуфты тартып алырға. Уның кейемен таҙартырға, картуфты йыуырға. Баланың ҡулынан шырпыны тартып алырға һәм салбарыңа ҡапҡан утты һүндерергә. Ҡайҙандыр 300 грамм ит табырға, кәстрүлгә картуф һалырға. Бесәйҙе ҡыуып етеп, ауыҙынан итте тартып алырға, башына һепертке менән тондорорға.
“Итле вермишель ашы” пакетын асырға. Картуфты тоҙларға, тәрилкәгә вермишелде һалырға. Улыңдың елкә төбөнә берҙе ҡундырырға, картуфты тоҙларға, улыңды йыуатырға, картуфты тоҙларға, ит ашап тонсоҡҡан бесәйҙе һушына килтерергә. Тәрилкәләге вермишелде тоҙлап кәстрүлгә һалырға, болғатырға, тоҙларға, һүгенергә. Кәстрүлдән артыҡ тоҙҙо алыу өсөн ҡапҡасын асырға. Бешергән ҡулыңды һыу аҫтында тоторға, эҫе һыуҙы ябырға, һалҡынын асырға, сантехниктарҙы һүгергә, кәстрүлгә шәкәр һалырға.
Ишек алдында йөрөгән улыңды эҙләп табып биргеләп алырға, уны йыуатырға. Күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй аш бүлмәһенә инеп, газды һүндерергә, тәҙрәне асырға, таҫтамал менән төтөндө ҡыуырға, күршеләрҙе һәм янғын һүндереүселәрҙе тынысландырырға. Һалҡын һыу кранын ябырға, өйҙә иҙәнде, аҫтағы күршеләрҙең түшәмен ҡороторға. Ашты тәмләп ҡарағас, төкөрөнөргә, бесәйгә тәҡдим итеп ҡарарға. Кәстрүлде йыуғанда эсенән үҙеңдең кеҫә телефоныңды табырға, улыңды йәнә бәргеләп алырға, күршеләрҙе һәм янғын һүндереүселәрҙе әрләргә онотмаҫҡа.
Өҫтөңдө алыштырырға ла, әсәһенең хәлен белергә киткән ҡатыныңды һүгә-һүгә, улыңды етәкләп ашханаға юлланырға.
Д. ИЛСЕҒОЛОВ.
Фото: otvet.mail.ru