

Мин – ҡалала тыуып, ҡалала үҫкән кеше, тинем. Трамвайҙарҙың тыҡылдауы, машиналарҙың гөрөлдәүе миңә һандуғас һайрауынан да яғымлырак. Һандуғас, тигәндән, минең бер ҡасан да был йән эйәһен күргәнем юҡ. Ниндәйерәк януар булалыр ул. Тауышын да киноларҙа ғына ишеткән бар. Сөнки миңә, ошо йәшемә етеп, ауыл тип аталған йәшәү пункттарына барырға тура килмәне. Хатта ҡала ситенә лә сыҡҡаным булманы. Ҡала ығы-зығыһынан арына алмайынса йәшәй бирелде шунда. Йә, ярай, иң мөһиме был түгел.
Шулай бер көндө бергә эшләгән иптәшем мине өгөтләргә тотондо:
– Ҡарале, ниңә һин гел коллективтан ситләшеп йөрөйһөң? Улай ярамай. Давай, иртәгә беҙ ҡала ситенә сығабыҙ, ял итергә. Һине лә алырға булдыҡ, – ти.
– Ҡурҡыта бит әле, – мин әйтәм.
– Нисауа, – ти иптәшем, – өйрәнерһең. Айыу-бүре юҡ унда. Күптән ҡырылып бөттөләр инде.
Шулай итеп, киттек беҙ икенсе көндө автобусҡа тейәлеп. Ғәжәп икән ул ҡала сите тигәндәре! Һирәк-һаяҡ ҡына йәшелгә буялған ағастар күренә. Арыраҡ барған һайын улар ҡуйылана бара, төптәрендә буш шешәләр, консерва һауыттары, ҡағыҙ киҫәктәре күбәйә.
Шаҡтай ғына барғас, туҡтап, урын һайларға керештек.
– Во, шәп урын! – тиеште иптәштәрем.
Мин дә автобустан төштөм.
– О, бындағы йәшеллек! Һауаһы һуң, һауаһы ниндәй! – тип һоҡланышты иптәштәрем. Мин дә бер иркен итеп тын алып ҡуйҙым. Тик был нимә?! Ҡапыл башым әйләнә, телем бәйләнә башланы. Сайҡалам... Күҙ алдарым ҡараңғылана... Тыным ҡыҫыла... Ауып барғанымда кемдер мине тотоп ҡалды. Башҡа хәлдәрҙе төштә күргән кеүек кенә шәйләйем.
– Нашатырь! Нашатырь еҫкәтегеҙ! – тине кемдер.
– Еҫкәттек, ярҙам итмәй...
– Әһә, мин төшөндөм! Бында килтерегеҙ, бында! – тине береһе. Мине ҡала ситенә сығырға өгөтләгән иптәшем булды шикелле быныһы.
Күҙемде асып ебәрһәм, миңә автобустың аҫҡы торбаһынан сыҡҡан төтөндө еҫкәтеп яталар. Һай, рәхәт булып китте! Һулыштар асылды, ниһайәт!
Иптәштәрем күңел асты, мин автобус аҫтында йән аҫрап яттым.
Ҡайтырға сыҡтыҡ. Әммә автобусҡа инеп ултырыу менән, йәнә башым әйләнә башланы. Инде ауып төштөм тигәндә, тотоп алғандарын хәтерләйем... Бер заман, һикертеүҙәргә сыҙай алмайынса, күҙемде асып ебәрһәм, ни күрәм: мине, саф һауаға тонсоғоп үлмәһен, тип, автобустың төтөнө сыҡҡан тураға бәйләп ҡуйғандар, рәхмәт төшкөрҙәре! Тәки шулай ҡалаға ҡайтып еттек. Ниһайәт, иркен тын алып ебәрҙем. Һа-а-а-й, үҙебеҙҙең ҡала һауаһына етәме һуң?!
Бакир БАҠЫРОВ.