+25 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
25 Ноября 2022, 05:00

Ҡойроҡ

Төш күреп ятам. Бик ҙур түрә булғанмын, имеш. Ҡайҙалыр ха­лыҡ алдында, ҡойроҡ та ҡой­роҡ тип, доклад һөйләнем. Ниңә ул һүҙ башыма килгәндер, үҙем дә белмәйем.

ҠойроҡҠойроҡ
Ҡойроҡ

Бына бер саҡ телетапшырыуҙа сәйәсмәндәр ҡойроҡ тип бәхәс ҡора. Шағирҙар ҡойроҡ тип шиғыр яҙа. “Ҡойроҡ” тигән конкурс уҙғаралар. Берәү “Ҡойроҡ” тигән роман яҙған. Театрҙарҙа “Ҡойроҡ” тигән спектаклдәр бара. Һыйыр ҡойроғона һәйкәл ҡуйғандар.
Бер саҡ ҡатыным уята:
– Юнир, тор инде. Уятам, уятам, уянмайһың. Төш күреп ятаһыңмы? Әйҙә тор, аша. Һыйыр ҡойроғонан ҡойҡа эшләнем, бик тәмле, – тине, мине суп иттереп үбеп.
Төшөмдә ҡойроҡ тип сығыш яһауыма фатирыбыҙҙа ҡойҡа еҫе таралыуы сәбәпсе булған икән.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас